Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Алда – Республика көнө
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 25 сентябрь 2012
Алда – Республика көнө
Башҡортостанда был байрам йолаға әүерелгән тантаналары, сағыу саралары менән билдәләнәсәк.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, Республика көнө билдәләнгән 22 йыл эсендә Башҡортостанда ярайһы күп төрлө үҙгәрештәр булды. Ошо иҫәптә республиканың үҫеше, йәмғиәттең, беҙҙең тормоштоң үҙгәреүе лә бар.
Быйылғы байрам программаһы үҙенең байлығы менән башҡа йылдарҙан айырылып тормаҡсы. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләү, Президент стипендиаттарына дипломдар, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһын, башҡа конкурстар еңеүселәренә, башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларына, иң яҡшы йәш педагогтарға гранттар тапшырыу – байрамдың тантаналы сараларының бер өлөшө.
Тап Республика көнө алдынан «Тарихи тәжрибә, Рәсәй төбәк энциклопедистикаһы үҫешенең көнүҙәк проблемалары» тигән ҙур форум, «Башҡорт энциклопедияһы»ның етенсе томының исем туйы, Башҡортостандың сәйәси системаһына арналған «түңәрәк өҫтәл», республиканы данлауға йүнәлтелгән иншалар, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса ғилми эштәр конкурстары һ.б. үтәсәк.
Мәҙәни программаға килгәндә, «Дуҫлыҡ тажы» исеме аҫтында милли мәҙәниәттәр фестивален ойоштороу ҙа ҡаралған. Данлыҡлы яҡташыбыҙ, спортсы Ирек Зариповҡа арналған документаль фильмды «Родина» кинотеатрында ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Тағы ла мөһим саралар иҫәбенә «Бергәләп яҡшылыҡ эшләргә» тигән республика хәйриә марафоны инәлер. Ул әле үк старт алған.
Йола булараҡ, Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыу, Конгресс-холда ҙур концерт 9 октябргә күҙалланған. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына йомғаҡ яһау сигендә концертта иң яҡшы балалар коллективтары, ижади ғаилә династияларының сығыш яһауы көтөлә. Ошонда уҡ Башҡортостан балаларының ҡаҙаныштарын туплаған күргәҙмә лә эшләйәсәк.
Спортһыҙ ниндәй байрам булһын ти! Төрлө чемпионаттар, спорт-бал бейеүҙәре буйынса БР Президенты Кубогына ярыш, парашютсылар сығышы, мотокросс – һәр береһе үҙ көйәрмәндәренә шәп көн вәғәҙә итә.
Республика көнөн һәр ҡала, район, ауыл-ҡасаба тантаналы билдәләйәсәк.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө