Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Ант» төркөмөнә – 20 йәш!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 24 октябрь 2012
«Ант» төркөмөнә – 20 йәш!
20 йыллап сәхнә түренән төшмәгән «Ант» төркөмө төрлө осорҙа маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде. Шулай ҙа төркөм етәксеһе Алмас Ғафаров тамашасы һөйөүен иң ҙур ҡаҙаныш тип иҫәпләй. "Былтыр Мәләүез районының Смаҡ ауылында мәктәп уҡыусылары өсөн концерт ҡуйҙыҡ. Шунда I класс балалары "Ҡыш бабай" йырын башынан аҙағына тиклем миңә ҡушылып йырланы. Быны ижадыбыҙға оло баһа тип ҡабул иттем", — ти ул.
Башҡорт эстрадаһында беренселәрҙән булып барлыҡҡа килгән һәм бөгөнгө көнгә тиклем тамашасыһына тоғро ҡалған "Ант" төркөмө 26 октябрҙә Өфөнөң ҡала мәҙәниәт һарайында юбилей концертын уҙғара. Вәғәҙә итеүҙәренсә, сатанлап килгәндәрҙе бейетерҙәй, моңһоҙҙарҙы йырлатырҙай сығыштар әҙерләгән улар.
— Элек төркөмдә Рәмил Ихсанов менән икәү эшләй инек, хәҙер өсөнсө кеше барлыҡҡа килде. Концертта яңы музыкантыбыҙҙы күрерһегеҙ, — ти Алмас Айрат улы. — Беҙҙән тыш, ижади дуҫтарыбыҙ ҙа сығыш яһаясаҡ. Улар араһында Рим Хәсәнов, Артур Туҡтағолов, Сәйҙә Ильясова, Диана Ишниязова, Урал Рәшитов, Руслан Зөлҡәрнәев, Нәжип Юлдашбаев, Гөлназ Ҡәҙербирҙина менән Азат Исҡужин бар.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарын һағынып иҫкә алыусыларҙы тамаша айырыуса ныҡ илһамландырыр. Унда күптән таныш булған һәм яңы ижад ителгән йырҙар яңғыраясаҡ.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө