Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Археологтар көнө менән!
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 15 август 2012
Археологтар көнө менән!
Археология – үткәнебеҙҙең ваҡыт шаршауын асҡан, тарихыбыҙ серҙәре менән таныштырған, ҡайһы саҡта иҫ китәрлек асыштар яһаған фән. Археологтар булмаһа, Боронғо Рим, Греция, Һиндостан һәм башҡа бихисап дәүләттәр тураһында донъяла бөгөн белерҙәр инеме икән? Сер түгел, һуңғы мәлдә беҙҙең Башҡортостанда ла ысын мәғәнәһендә тарихи асыштар яһала. Өфө II ҡаласығында табылған ҡомартҡылар ҙа шулар иҫәбендә. Уларға ярашлы, Өфө – Рәсәйҙәге иң боронғо ҡалаларҙың береһе һәм уға нигеҙ һалыныуға кәмендә 1500 йыл.
Археологтар көнө календарҙа күптән түгел генә барлыҡҡа килде. Башҡортостан археологтары бөгөн ҙур бер профессиональ коллективҡа ойошҡан. Башҡорт дәүләт университетында Археология, боронғо һәм урта быуат тарихы кафедраһы бар. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт педагогия университетының археология коллективы, Рәсәй Фәндәр Академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археология бүлеге һөҙөмтәле эшләй. Был белгестәрҙе Бөрөлә, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа әҙерләйҙәр.
Археологтарҙы һөнәри байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Улар тикшеренеүҙәрҙен артабан да уңышлы дауам итһен, ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өҫтөндә арымай-талмай эшләһен!
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө