Архитектура ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу - беҙҙең бурысыбыҙ

Архитектура ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу - беҙҙең бурысыбыҙ
Өфө ағас төҙөлөшө сәнғәтен һаҡлаусы тарихи-мәҙәни үҙәккә әйләнәсәк. Был турала хәбәрселәр менән осрашыуҙа архитекторҙар һәм тарихсылар белдерҙе. Улар ҡаланы тарихи-мәҙәни йүнәлештә үҙгәртеп ҡороу өсөн киң мөмкинлектәр бар тип иҫбатлай.
Ҡалала XX быуатта төҙөлгән ағас йорттар байтаҡ. Уларҙың күбеһе тарихи йорттар исемлегенә ингән. Был, әлбиттә, урындағы халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Кемдер йәшәүгә яраҡһыҙ йорттан икенсе урынға күсеп китеү юлын эҙләһә, икенселәр ағас өйҙәрҙе тарихи ҡомартҡы булараҡ һаҡларға тырыша.
Ағастан төҙөлгән йорттарҙы музейға әйләндереү буйынса эш бер нисә йыл элек башланғайны. Бөтәһе ун ике объектты төҙөкләндереү күҙаллана. Мәҫәлән, ҡаланың «Урмансы» паркы янында туристар өсөн тотош ҡаласыҡ төҙөү планлаштырыла. Ағас өйҙәр тыштан да, эстән дә урындағы халыҡтың милли мәҙәниәтен сағылдырасаҡ. Бынан тыш, «Этнопарк» ял итеү урынын асыу ҙа күҙаллана. Бында сит ил халҡы мәҙәниәтенә хас өйҙәр ҙә үҫеп сығасаҡ.
Ағас йорттарҙы һаҡлап ҡалыу - беҙҙең бурысыбыҙ, тип билдәләй белгестәр. Әммә урындағы халыҡтың мәсьәләгә үҙ ҡарашы. Улар йорттарҙы тарихи ҡомартҡы итеп ҡалдырыуға риза, тик уның урынына яңы торлаҡҡа күсереү эштәренең дә ыңғай хәл ителеүен теләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb