«Артур + Нэнси» спектакленең премьераһы үтте

«Артур + Нэнси» спектакленең премьераһы үтте
Кисә, 6 декабрь, М. Ғафури исемендәге академия драма театрында «Артур + Нэнси» спектакленең премьера алды тамашаһын ҡарарға насип булды редакция хеҙмәткәрҙәренә.
- Декорацияларҙы күреү менән үк драмтеатр сәхнәһенә яңы һулыш өрөлгәне күҙгә ташланды. Спектаклдең идея-тематикаһы хаҡында бер аҙ хәбәрҙар булһаҡ та, уның ҡуйылышы, үҙенә тартыу көсө әйтеп аңлатҡыһыҙ. «Мең ҡабат ишеткәнсе, бер мәртәбә барып күр» тиҙәр бит. Ниндәй генә һүҙҙәр әйтһәк тә, урыны менән йә көлдөргән, йә күҙҙәргә йәш төйөлдөргән, йә нәфрәт уятҡан тамашаның арбау көсөнә етмәй. Афарин!
“Әнисә Дилмөхәмәтованың был пьесаһы минең ҡулыма күптән килеп эләккәйне. Бик оҡшаттым һәм ул байтаҡ ҡына үҙенең сәғәтен көтөп ятты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундағы проблемалар бөгөн дә актуаль. Уларҙы урап үтергә, күрмәмешкә һалышырға ярамай. Йәштәрҙең күңеленә үтеп инә алырбыҙ, тигән ышаныста әҙерләнек был спектаклде», - ти тамашаның режиссеры Зиннур Сөләймәнов.
Спектакль йәштәргә генә түгел, шул йәштәрҙе тәрбиәләгән ата-әсәләргә, бигерәк тә хәлле ата-әсәләргә фәһемле булыр, минеңсә. - «Артур+Нэнси» спектакле яңылығы һәм актуаль проблеманы заманса сағылдырыуы менән отошло, минеңсә. Ялҡытҡыс ябай, ауылса декорацияларҙан арынып, бөтөнләй башҡаса ҡоролған сәхнә, параллель рәүештә «Бүреләр» төркөмөнөң сығышы, тере музыка ҡулланыуы тамашаға заманса һулыш өрҙө.
Йәштәрҙең кәйеф-сафа ҡороу, илерткес матдәләрҙе өҫтөн ҡуйған төнгө донъя тотҡонона әүерелеүе, ошо ҡотолғоһоҙ бәлә менән саф мөхәббәт хистәренең туҡтауһыҙ көрәше тамашасыны берсә утҡа, берсә һыуға һалды. Ғөмүмән, был тойғоларҙы һүҙ аша еткереүе ауыр. Ғәҙәттәгесә, спектакль хэппи энд менән тамамланмаһа ла, миндә ул ыңғай тойғолар ҡалдырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы: донъя төпкөлөнә төшкән герой Нэнси балаларса һөйөү һәләтен әле юғалтмаған. Төнгө клуб хужаһы Тимер Рәмилевичтың (Сәғиҙулла Байегет) да намыҫ тойғоһо, ихтирамы һүнмәгән. Тимәк, киләсәккә өмөт бар…
«Шоңҡар» журналы сайтынан

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb