Силәбе өлкәһенең Халыҡтар дуҫлығы йортонда II «Ватанымды йырлайым» өлкә заманса милли һәм эстрада йыры фестиваленең аҙаҡҡы этабы үтте. Ойоштороусылар — өлкәнең Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Рәсәйҙең Силәбеләге Пенсионерҙар союзы. Сарала өлкәнең төрлө ҡала һәм ауылдарынан 300-гә яҡын башҡарыусы ҡатнашты.