Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Ашҡаҙар”радиоһы Силәбе өлкәһе башҡорт йәштәренә Өфөгә сәйәхәт ойошторҙо.
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
“Ашҡаҙар”радиоһы Силәбе өлкәһе башҡорт йәштәренә Өфөгә сәйәхәт ойошторҙо.
Бөгөн, 9 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә Силәбе өлкәһе башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты председателе урынбаҫары Флүзә Ғайсина һәм СБЙИ рәйесе Ильфир Илбаҡтин етәкселегендә Силәбе өлкәһе башҡорт йәштәре делегацияһы килде. Алдан һөйләшелгәнсә, “Ашҡаҙар” радиоһы уларға БЮТ-ның “ Cәләм“, “Тамыр” балалар телеканалы, “Ашҡаҙар” радиоһы программаларында ҡатнашыу мөмкинлеге булдырҙы, телевидение һәм радио кухняһы менән таныштырҙы. Ваҡиғаның икенсе өлөшө телеүҙәктең конференция залында республиканың арҙаҡалы шәхестәре, билдәле шағир Хәсән Назар, ғалим һәм педагог, шағир Фәнил Күзбәков, яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова, яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән осрашыу рәүешендә дауам итте. Әҙиптәр рух, тел, Силәбе башҡорттарының тамырҙары хаҡында һөйләне, үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы, алдағы көндәрҙә Силәбе ерендә осрашыу хаҡында эшлекле һорауҙарҙы тикшерҙе, ә йәштәр уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Артабан Силәбенән килеүсе егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың сәйәхәте баш ҡала мәҙәниәт усаҡтарында дауам итәсәк, программала ҡала буйлап эксурсия, театр, музейҙарға барыу ҡаралған.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө