“Ашҡаҙар” радиоһы башҡорт телендәге әҫәрҙәр тупланмаһы- аудиокитап-диск сығарҙы!

“Ашҡаҙар” радиоһы башҡорт телендәге әҫәрҙәр тупланмаһы- аудиокитап-диск сығарҙы!

“Ашҡаҙар” радиоһы башҡорт телендәге әҫәрҙәр тупланмаһы- аудиокитап-диск сығарҙы!

Тыңлаусыларының зауыҡлы, рухлы күңелдәрен байытыу маҡсатын ҡуйған “Ашҡаҙар” радиоһы башҡорт телендә аудиокитап-дисктар нәшер итеү эшен башланы.
Йүгерек заманда, интернет селтәрендә теләһә ҡайһы билдәле авторҙың, теләгән телдә яҙылған әҫәрҙәрен эҙләп табып тыңлау мөмкинлеге, ваҡыт ҡәҙерен белгәндәр тарафынан бик уңайлы һанала.
“Ашҡаҙар” радиоһы нәшер иткән тәүге аудиокитап-диск «Мөхәббәт һәм яҙмыш хаҡында», тип атала.
Унда билдәле яҙыусыларыбыҙҙың кешеләрҙең еңел булмаған яҙмыштарына, тормош ҡиммәттәренә, мөхәббәткә арналған әҫәрҙәре тупланған.
Әҙәби текстарҙы тауыштары бала саҡтан таныш легендар актерҙар һәм радио дикторҙары Лира Фәйзуллина, Ғәлимнур Бикбулатов, Нурия Ирсаева, Наилә Ғәләүетдинова, Хөрмәтулла Үтәшев, Илһөйәр Ғизетдинова уҡый.
Әлеге яҡшы ғәмәл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы уңайы менән эшләнде.
Аудиокитаптың тәүге партияһы киң ҡатламға һатыу өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте магазиндарына оҙатылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb