Асҡында – әҙәбиәт көндәре

Асҡында – әҙәбиәт көндәре
Асҡын районында Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары Ф. Ғөбәйҙуллина етәкселегендә бер төркөм ҡәләм оҫталары Башҡорт әҙәбиәте көндәре уҙғарҙы. Яҙыусыларҙы район сигендә үк икмәк-тоҙ менән ҡаршы алдылар.
Район хакимиәте башлығы Фларит Усманов ҡабул итеп, делегацияны төбәктең тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәккә пландары менән таныштырғас, яҙыусылар өс төркөмгә бүленеп, ауылдарға таралды.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Ринат Камал, Фәниә Ғәбиҙуллиналар Ҡарткиҫәк, Солтанай, Упҡанкүл, Петропавловка, Ҡыйғаҙы, ә Ҡәҙим Аралбай, Дилә Булгакова, Зөфәр Вәлит һәм Айгиз Баймөхәмәтов Иҫке Ҡаҙансы, Мөтәүбаш, Ҡышлауйылға, Баҙансат, Яңы Ҡаҙансы, Ирек Кинйәбулатов, Рәшит Шәкүр, Әнисә Таһирова, Мөхәммәт Закировтар төркөмө Табаҫҡытамаҡ, Үршиҙе, Солтанбәк, Үрмияҙ, Күбияҙ ауылдарына һәм 1-се Асҡын урта мәктәбе уҡыусылары янына йүнәлде.
Әҙиптәр, яҙғы каникул осоро булыуға ҡарамаҫтан, мәктәптәрҙә, кисен ауыл клубтарында сығыш яһаны. Һәр урында яҙыусыларҙы ихлас ҡаршыланылар, ҡайҙа ла осрашыуҙар мәктәп уҡыусыларының, һәүәҫкәр артистарҙың номерҙары менән аралаш барҙы.
Өсөнсө көндө Өфө ҡунаҡтары 1-се урта мәктәптә «Һаумы, әкиәт!» байрамында, «Василек» балалар баҡсаһында, 2-се урта мәктәптә әҙәби кисәләр уҙғарҙы, район башҡорттары ҡоролтайының Танып һәм Балыҡсы ырыуҙары йыйынында ла илһамлы һүҙ әйтте.
Сығанаҡ: "Ағиҙел" журналы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb