Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Ауаз”да – яңы һулыш
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
“Ауаз”да – яңы һулыш
Телевидение тип янған журналистар уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары башында республика йәштәренең әүҙем, сағыу тормошон сағылдырған өр-яңы ”Ауаз” тапшырыуы менән экрандарға сыҡты, тиҙ арала тамашасы күңелен яулап өлгөрҙө. Хәбәрселәр төрлө төбәктә йәшәгән замандаштары тураһында репортаждар әҙерләне, талантлы һәм алдынғы ҡарашлы йәштәштәрен студияға ҡунаҡҡа саҡырып аралашты, халыҡҡа уңыш ҡаҙаныу серҙәрен асты.
Мәртәбәле тележурналистарҙың йылы фатихаһы менән башланған “Ауаз” тапшырыуы күпмелер ваҡыт экрандарҙан юғалып торҙо, ә 2007 йылда “Рәсәй 1” каналында яңы форматта донъя күрҙе. Бөгөн ул аҙнаһына ике тапҡыр – иртәнге ваҡытта – телевизор ҡараусыларҙы үҙенең ҡыҙыҡлы осрашыуҙары, видеояҙмалары менән ҡыуандыра, киңерәк даирәләргә ауаз биреп, яңы шәхестәр менән таныштыра, Башҡортостан буйлап сәйәхәткә алып китә, берсә байрамдарға юл ала.
“Ауаз” тапшырыуының ижади төркөмө ҡышҡа ҙур үҙгәреш, ыңғай кисерештәр менән аяҡ баҫа. Һәр шишәмбе һәм кесе йома телевизор ҡараусыларҙы заманса биҙәлгән яңы студиянан Уйылдан Ғәлин менән Сәлимә Исламова, Ғәлимйән Ибәтуллин менән Ләйсән Тимербулатова сәләмләйәсәк. Мауыҡтырғыс, файҙалы тапшырыуҙың “Сәләмәтлек” рубрикаһын Рәлиә Сәхибгәрәева алып бара, радиожурналист Миләүшә Иҙрисова сәнғәт, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләрен “Афиша” рубрикаһы аша яҡтырта, Ғәзиз Лоҡманов республика яңылыҡтары, Интернет киңлегендә сағылыш тапҡан ваҡиғалар менән таныштыра. Сабый тәрбиәләгән әсәләргә “Тәнәйҙәр” рубрикаһында тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге буласаҡ, махсус репортаждар ҙа көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреп сығасаҡ.
“Иртәнге тапшырыуҙар күңел асыуға, еңел темаға әңгәмәләшеүгә ҡоролорға тейеш” тигән фекерҙән айырмалы, “Ауаз” тапшырыуы күңелле һөйләшеү менән бер рәттән тамашасыға бай мәғлүмәт биреүҙе төп маҡсаттарҙың береһе итеп алған. Тура эфир студияһына сыҡҡан иң әүҙем дуҫтарыбыҙ араһында ҡиммәтле бүләктәр – планшеттар, кеҫә телефондары – уйнатылыуы хаҡында ла хәбәр итәбеҙ.
Ижади төркөм йома иртәһендә ҡотлау хаттарынан төҙөлгән “Ихлас күңелдән” исемле программала ла яратҡан тамашасыһы менән бергә ҡала. Республиканы, күрше төбәктәрҙе моңға сорнап, һәр йортҡа тәбрик һүҙҙәрен, ҡотлау сәләмдәрен йыр тулҡындары аша еткерәсәк ул.
Шишәмбе һәм кесе йома иртәнге сәғәт 9-ҙа һеҙҙе “Рәсәй-Башҡортостан” телеканалында көтөп ҡалабыҙ, заман менән ауаздаш булырға саҡырабыҙ.
Автор: Уйылдан ҒӘЛИН.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө