«Ауыл әкәмәттәре»

«Ауыл әкәмәттәре»
15–16 март Өфө дәүләт татар театрында буласаҡ премьера тап шулай тип атала. Мәскәү режиссеры Ольга Смирнова спектаклде рәссам Владимир Любаровтың эштәре буйынса әҙерләй.
«Ауыл әкәмәттәре» – ауыл халҡының тормошо, үҙенсәлектәре, тормош ауырлыҡтарына һылтанмай, бер-береһенең күңелен күреп йәшәгән кешеләр хаҡындағы спектакль.
Спектакль рәссамы – Наиль Байбурин;
Костюмдар буйынса рәссам – Наталья Степанова;
Музыкаль биҙәүсе – Алмаз Йоносов;
Бейеүҙәр ҡуйыусы – Яна Головченко;
Ролдәрҙә: Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Резеда Фәхрүллина, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәсимә Ғәйфуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Марат Ихсанов, Фина Вәлиева, Зөһрә Шәрәфетдинова, шулай уҡ Айнур Баянов, Рида Фәхрисламова, Айрат Фәтихов, Эдуард Шахов, Риф Ғөбәйҙуллин, Айгөл Хәйруллина.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb