Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Автограф көнө үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 26 март 2015
Автограф көнө үтте
4-се һанлы ҡала китапханаһында Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте тарафынан ойошторолған «Автограф көнө» уҙҙы. Ижади сарала өр-яңы китаптар: «Гөлли Мөбәрәкова. Тормошо һәм ижады», Шәйехзада Бабичтың «Яҙғы йыр» һәм Аҫылғужа Баһумановтың «Бер һыҙылды шырпы» исемле баҫмаларҙың исем туйы үтте.
Нәшриәт директоры И.М. Йәндәүләтов әҙәбиәт йылында бындай осрашыуҙар ай һайын үткәреләсәген хәбәр итте һәм китапхана хеҙмәткәрҙәренә сараны ойошторошҡандары өсөн рәхмәтен белдерҙе.
СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова үҙе хаҡындағы китап, уны сығарған ваҡыттағы ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләне:
- Бик кәрәкле һәм ҙур көс талап ителгән эш. Китап үҙемә бик оҡшаны, ҙур рәхмәт һеҙгә, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре. Шулай уҡ беҙҙең милли сәнғәтебеҙҙә бик күп данлыҡлы исемдәр бар, бына улар хаҡында ла ошондай хеҙмәттәр баҫылһын ине, - тине Гөлли Арыҫлан ҡыҙы.
Шәйехзада Бабич хаҡында бик ентекле итеп уның вариҫы Таңсулпан Бабичева һөйләне. Уның бәйән иткәндәре берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ә инде Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы уҡыуында шиғырҙарҙы уҡыусылар бик йылы ҡабул итте.
Арабыҙҙан иртә киткән талантлы яҙыусы, шағир, публицист Аҫылғужа Баһуманов хаҡында уның хәләл ефете Миңниса Хәмиҙулла ҡыҙы һөйләне:
- Аҫылғужа тәбиғәте менән бик сая кеше булды, ул бер ваҡытта ла үҙ фекерен әйтергә ҡурҡманы. Ул энциклопедик белемгә эйә кеше ине. Был китаптың сығыуын мин ун йыл көттөм, ә инде йыйынтыҡтың Аҫылғужаның тыуыуына 70 йыл тулған йылда донъя күреүе беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн икеләтә ҡыуаныслы, - тине әҙиптең ҡатыны.
БР Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев был китаптарҙың сығыуы әҙәбиәт йылы өсөн бик шатлыҡлы, тип белдерҙе.
Киләһе осрашыуҙарҙа йыйылышырға һүҙ бирешеп таралышты китап һөйөүселәр.
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө