Ошо көндәрҙә театр донъяһына яңылыҡ өҫтәлде: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Валентин Красногоровтың “Аяуһыҙ һабаҡ” пьесаһы буйынса ҡуйылған “Эксперимент” тип аталған спектакль күрһәтте.
Спектакль — Рәсәй театр сәнғәте университетының (ГИТИС) сығарылыш курсы студенты Илсур Ҡаҙаҡбаевтың диплом эше. Төп ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ирек Булатов (Профессор), театр артистары Урал Әминев (Тимур), Зилиә Хәлимова (Лилиә), Ирада Фазлаева (Рената) башҡарҙы.