Ағинәйҙәр сыҡты бәйгегә

Ағинәйҙәр сыҡты бәйгегә
Йөҙҙәренән ихласлыҡ бөркөлөп торған, тәбиғи матурлыҡтарын шул килеш һаҡлай алған, күңелдәрендә халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни хазинаһын йөрөткән бәйгеселәр сәхнәгә сығып баҫҡас та, зал бер аҙға шымып ҡалғандай тойолдо. Аҡыл һәм зирәклек, тәүфиҡлылыҡ һәм иманлылыҡ, итәғәтлелек һәм әҙәплелек, сабырлыҡ һәм түҙемлек кеүек күркәм сифаттар туплаған ағинәйҙәрҙе баһалау ҡыйынға тура киләсәген жюри ағзалары ғына түгел, тамашасылар ҙа төшөндө, буғай. 
Шуныһы ҡыуаныслы: бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергәндәрҙең барыһы ла — ҡалабыҙҙа билдәле кешеләр, бер саранан да ситтә ҡалмай, әүҙемлектәрен юғалтмай, хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, һаман да йәш быуын мәнфәғәтендә көсөн фиҙа ҡылыусы апайҙарыбыҙ. Ғүмеренең 43 йылын башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға арнаған Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәниә Сарбулатова, БДУ-ның Сибай институтындағы музыка кафедраһы доценты, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Фәтҡуллина, Рәсәйҙең мәғариф алдынғылары Фәниә Хәмитова, Светлана Буранбаева, Ғәлимә Әхмәтова, Зәһүрә Байтурина, мәғариф ветераны Сәғиҙә Байназарова — ысындан да абруйлы шәхестәр.
Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған “Сибайымдың ағинәйҙәре” конкурсы ғаилә менән таныштырыуҙан башланып китте. Нәҫел-нәсәбе хаҡында кемдер ябай, тасуири тел менән һөйләп бирһә, икенселәре шиғри юлдар аша әйтергә тырышты. Артабан бәйгеселәрҙең аш-һыуға оҫталығы баһаланды. Асия Ғәйнуллина тарафынан ойошторолған бер сара ла халҡыбыҙҙың йолаларына ҡағылышһыҙ үтмәй. Был юлы бәйгеселәргә үҙҙәре теккән ҡорамалар буйынса ярыш әҙерләнгән ине. Күҙ нурын һалып, сағыу төҫтәр ҡулланып, йәйғор кеүек итеп эшләгән ижад емештәре менән бейеүгә төшкән конкурсанттарға һоҡланмау мөмкин түгел! Һынлы сәнғәтебеҙҙәге милли биҙәктәр аша һәр кем үҙ ҡорамаһында нимәлер сағылдырырға тырышҡан. Шулай ҙа Сәғиҙә Байназарованың эшен айырым билдәләү зарур. Ул теккән ҡорамала мәғрур тау өҫтөнән ғорур бөркөт өйөрөлә, яҡты ҡояш аяҙ күк йөҙөн нурлай, халҡыбыҙҙың төп музыка ҡоралы ҡурай ҙа урын алған. Бына бит, оҫта ҡулдар ниндәй генә мөғжизә тыуҙырмай!
Ағинәйҙәр сәхнә аша йәш быуынға тормош тәжрибәһен еткерҙе, күңелдәрендә йылдар дауамында йөрөткән халҡыбыҙ аҡылын тамашасыларға өләште. Уларҙың халыҡ йырҙарын шул тиклем оҫта башҡара алыуына, күкрәктәренән шул саҡлы моңдоң урғылып сығыуына аптырап та, һоҡланып та ултырҙы һәр кем. Ә инде аҡ күлдәк кейеп, аҡ яулыҡ ябынып, ҡулдарына тәсбих тотоп сығып баҫҡас, ағинәйҙәр өгөт-нәсихәт, мөнәжәттәр уҡыны. Конкурс бер тында, бер һулышта үтте тиһәм дә, яҙыҡ булмаҫ. 
Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тип әйтергә яратһаҡ та, беренсе тапҡыр үткәрелгән “Сибайымдың ағинәйҙәре” конкурсы юғары кимәлдә ойошторолоуы менән күңелдәрҙә ҡалды. Был юлы бәйгеселәр араһынан кемеһендер айырып ҡарау, еңеүселәр билдәләү урынһыҙ булыр кеүек ине. Күптәрҙең был фекерен жюри ағзалары ла һиҙгән, ахыры. Улар бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла “Ағинәй” таҫмаһы таҡты, бағыусылар тарафынан әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәрҙе тапшырҙы. Конкурс ҡалала ағинәйҙәр клубына нигеҙ һалыныуы менән дә әһәмиәтле булды. Бәйгеселәрҙең барыһы ла уға ағзалыҡҡа ҡабул ителде.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb