Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Аҡ тирмә”нең моң бишегендә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 25 март 2015
“Аҡ тирмә”нең моң бишегендә
Ҡалала беренсе тапҡыр уҙған “Аҡ тирмә” балалар ижады фестиваленән һуң “йәш быуын күңелендә рух самалы” тигән уйҙан тулыһынса арындым. Уҡыусыларҙың ошондай сараларҙа йәнә ҡатнашырға ихлас теләк белдереүе, үҙ-ара тик башҡортса һөйләшеүҙе маҡсат итеп ҡуйыуы күңелгә майҙай яғылды.
Ике йыл элек Баймаҡ районында ойошторолған “Урал батыр” республика конкурсында ҡатнашҡан Стәрлетамаҡ уҡыусылары үҙ төбәгендә лә ошондай сара үткәреү хыялы менән янып ҡайта. Изге ниәтте ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы, 3-сө башҡорт лицей-интернаты коллективы шунда уҡ күтәреп ала. Һөҙөмтәлә “Аҡ тирмә” фестивале уҙғарырға ҡарар ителә. Уның төп маҡсаты – ҡаланың һәләтле балаларын бергә туплау.
Ә талантлыларға ифрат бай ул Стәрлетамаҡ! Әлеге фестивалдә генә лә 150-нән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Кемдер йырланы, икенселәр бейеп күрһәтте, ҡобайыр һөйләне, музыка ҡоралдарынан башҡорт моңдарын яңғыратты. Мәҫәлән, Салауат Шәйәхмәтов атлы егет “Абдрахман”ды һуҙһа, Алина Вәхитова “Сыбай ҡашҡа” менән тетрәндерҙе, Салауат Ибәтуллин башҡарыуында ҡобайыр яңғырағанда, зал тын ҡалды. Айым Сөләймәнованың, Камилә Фазылованың, 2-се лицей-интернаттағы “Ирәндек” бейеү ансамбленең сығыштары ла көслө алҡышҡа күмелде. Шуныһы айырыуса ҡыуаныслы: башҡорт фестивалендә ҡатнашҡандар араһында Виктория Шубина, Виктория “Аҡ тирмә”нең моң бишегендәЛоктионова, Дарья Андрусенко, Екатерина Лукьянова, Кристина Суслова, Ирина Попкова кеүек башҡа милләт вәкилдәренең дә булыуы сараның әһәмиәтен арттырҙы, уға йәм өҫтәне. Тимәк, телебеҙҙе йәш быуын ихлас өйрәнә, башҡортса кинәнеп һөйләшә һәм күкрәк тултырып йырлай! Аҡ юл һиңә, “Аҡ тирмә”!
Автор: Рәмил МАНСУРОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө