Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Аҡ торна» Төрки телле шиғриәтте тәржемә итеүселәрҙең II халыҡ-ара конкурсы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 10 май 2012
«Аҡ торна» Төрки телле шиғриәтте тәржемә итеүселәрҙең II халыҡ-ара конкурсы
Башҡортостанда төрки телле шиғриәтте тәржемә итеүселәрҙең II халыҡ-ара конкурсы иғлан ителде. Ойоштороу комитеты ижади эштәрҙе беренсе июлгә тиклем ҡабул итә. Шарттар менән интернетта, www.aktorna.com// адресы буйынса танышырға мөмкин.
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағирә Лариса Абдуллина республикала тәржемәсе булараҡ та танылған. Ҡәләм оҫтаһы рус авторҙарының әҫәрҙәрен башҡортсаға ауҙара. 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса Лариса «Бельские просторы» журналының премияһын алыуға өлгәшкән. Әле ниәте - «Аҡ торна» бәйгеһендә лә көсөн һынап ҡарау. Үҙем ҡатнаша алмаһам да, әҫәрҙәрем мотлаҡ рәүештә конкурсҡа сығыр, тип өмөтләнә ул. Шуға ла «Аҡ торна»ны камиллаштырыу юлдары хаҡында ла уйлана. Шағирә фекеренсә, конкурс әҫәрҙәрен йыйынтыҡ итеп баҫтырыу мөһим.
Һуңғы йылдарҙа республика әҙәби көмбәҙендә сағыу йондоҙ булып балҡыусы шәхестәрҙең береһе - «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, Башҡортостанда тәржемә эше әлегә аҡһай, тигән фекерҙә. Һөҙөмтәлә әҙәбиәт үҙ ҡаҙанында ҡайнарға мәжбүр, тип билдәләй ул.
Башҡорт әҙәбиәтен донъя кимәленә сығарыуға «Аҡ торна» халыҡ-ара төрки шиғриәтте тәржемә итеүселәр конкурсы мөмкинлек бирәсәк, тигән фекерҙә бәйгене ойоштороусылар. Был ижади майҙанда, башҡорт йәки башҡа ҡәрҙәш халыҡтарҙың телдәрендә яҙылған әҫәрҙәр яңы һулыш ала, ти улар.
Быйыл бәйге ҡағиҙәләренә бер аҙ үҙгәрештәр индерелгән. «Фәлсәфә лирикаһы», «Граждандар лирикаһы» һәм «Мөхәббәт лирикаһы» тигән өс номинация булдырылған. Конкурс комиссияһы тәржемәләрҙе 1 июлгә тиклем ҡабул итәсәк.
Тәржемәселәрҙе йыш ҡына күпер һалыусыларға тиңләйҙәр. Тик улар йылға ярҙарын йәки ҡитғаларҙы түгел, ә халыҡтарҙы яҡынайта. Ҡоролманың ныҡлығы иһә ижад емешенең эстәлегенә, тел белгесенең оҫталығына бәйле. Шуға ла «Аҡ торна» ҡуйған ҡанатты тәржемәселәр юғары баһалай. Конкурс иң-иңдәрҙе һайлап алырға мөмкинлек бирә.
Сығанаҡ:
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө