Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Аҡ ҡар балҡышы» шиғриәт кисәһе
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 22 декабрь 2011
«Аҡ ҡар балҡышы» шиғриәт кисәһе
Күптән түгел Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының тамашасылар залында «Аҡ ҡар балҡышы» тип исемләнгән шиғриәт кисәһе үтте. Был сараға оло быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә, балалар ҙа бик күп килгәйне. Шағирҙар «һабантуй»ын Өфөнән килгән ҡунаҡ — шағир, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Рәмил Йәнбәк асып ебәрҙе.
Тамашасылар Стәрлелә йәшәп ижад иткән әҙиптәр Земфира Муллағәлиева, Рәсим Рәхмәтуллин, Вера Витеко һәм Андрей Ефремовтың шиғырҙарын йотлоғоп тыңланы.
Рима Ғәлимованың геройҙарының эске кисерештәрен, фәлсәфәһен аңларға тырышҡан, кешеләр араһындағы күп яҡлы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған шиғырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр.
Элмира Сәсәниә, Тимер Ниәтшин, Мөҙәрис Багаевтың йырлы ла, оранлы ла шиғриәтендә кешенең рухи донъяһы, уның берҙәмлеген нығытыу, телебеҙгә хәстәрле ҡараш уятыу, әҙәм балаһын йәмғиәттә барған ваҡиғаларға битараф булмаҫҡа өндәү сағылып ята.
Шиғыр яратыусылар Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының «Ашҡаҙар» әҙәби түңәрәге ағзаларының сығышын да алҡыштарға күмде.
Мәләүез ҡалаһының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт китапханаһы мөдире Рәзилә Ҡотлогилдина етәкселегендәге «Илһам шишмәләре» әҙәби түңәрәге ағзаларының шиғырҙары ла кисәне матурлауға үҙ өлөшөн индерҙе.
Шиғри кисә Резеда Мөхәмәтованың, «Арман» башҡорт балалар фольклор коллективының сығыштары, «Боровинок» урыҫ-украин халыҡ вокаль ансамбле, сыуаш халыҡ фольклор ансамбленең моңло йырҙары, «Дәрүиш» бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
«Башҡортостан»
гәзите мәғлүмәттәре файҙаланылды
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө