Бәҙәр Йосопованың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы, «Хыялый» пьесаһы күрһәтеләсәк

Бәҙәр Йосопованың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы, «Хыялый» пьесаһы күрһәтеләсәк
БАССР-ҙың халыҡ, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Бәҙәр Йосопованың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры уның яҡты иҫтәлегенә 25 ғинуар көнө Салауат Әбүзәрҙең «Хыялый» пьесаһы буйынса әҙерләнгән спектакль тәҡдим итә. Бәҙәр Йосопова сәхнәлә төрлө-төрлө, ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырыусы ғәжәп һәләтле актриса булараҡ ҙур танылыу ала. Мәҫәлән, Сәғит Мифтаховтың «Һаҡмар» пьесаһында хәйләкәр, яһил Үлмәҫбикә, Афзал Таһировтың «Алатау» ында – ҡыйыу партизанка Зөһрә, В.Мортазин-Иманскийҙың «Салауат» спектаклендә - көслө рухлы, һынмаҫ ихтыярлы Көнбикә, Михаил Шолоховтың «Күтәрелгән сиҙәм» ендә - шаян, шуҡ Лушка, Александр Островскийҙың «Бирнәһеҙ ҡыҙ» ында – уҫал Огудалова һәм башҡа бик күп төрлө ҡырлы ролдәр башҡара. Ул тамашасы өсөн талантлы актриса булып ҡына түгел, ә ҡобайырҙар, бейеүҙәр, йырҙар менән эстрадала, радиола, телевидениела сығыш яһап, һәр яҡтан уңған, һәләтле булып та билдәлелек яулай. Талантлы актриса Башҡорт акдемия драма театрында оло хеҙмәт юлы үтә, уның үҫешенә баһалап бөтөргөһөҙ өлөш индерә. Уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында Өфөнөң Актерҙар йортона уның исеме бирелгән. Мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап, бөгөнгәсә килтереп еткергән, сәнғәттең сағыу юлын һыҙған шәхестәребеҙ мәңге хәтерҙә ҡалыр, иң яҡты йондоҙ булып, йөрәктәрҙе нурлар. Яҙмышы менән генә түгел, бар булмышы, хеҙмәте менән һоҡланырлыҡ эҙ ҡалдырған бөйөк актрисаның яҡты иҫтәлегенә арналған тамашаға рәхим итегеҙ! 
«Шоңҡар» сайтынан

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb