Бөгөн Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 125 йыл!

Бөгөн Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 125 йыл!

Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов (төр. Ahmed Zeki Velidi Togan, 1890—1970) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).
Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улусының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының, Көҙән ауылында тыуған.

«Иҫтәлектәрендә» Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең ырыуы Суҡлы-ҡай булыуын яҙа[7] һәм һәр ваҡыт башҡортлоғон һыҙыҡ өҫтөнә ала. VII Бөтә Рәсәй Советтар съезының (1919) анкетаһында ла Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең милләте башҡорт булыуын күрһәткән[8][9].

Әхмәтзәки Вәлидинең ике ҡатыны булған. Тәүге ҡатыны Әбйәлил ауылында тыуған Зәйнулла Рәсүлевтың ейәнсәре[10] — Нәфисә Хажимөхәммәт ҡыҙы Яҡшымбәтова менән 1919 йылдың авгусында никахлаша[11]. Уларҙың Ырыҫмөхәммәт исемле улдары 1920 йылда Хиуала бер йәшлек сағында тапма ауырыуынан вафат була. Вәлиди эмиграцияға киткәндән һуң, Нәфисә Хажимөхәммәт ҡыҙы ауырыу сәбәпле СССР-ҙа тороп ҡала[12]. Икенсе ҡатыны Нәзмиә Туған (Унгар) менән 1940 йылда никахлаша. Уларҙың ике балалары була — ҡыҙы Иҫәнбикә (1940 йылғы, тарихсы, фәлсәфә докторы (1973), профессор (1995)) һәм улы Сүбиҙәй (1943 йылғы, тарихсы, фәлсәфә докторы (1972), профессор (1986)).


Тулыраҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb