Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Бөтә донъя шиғриәт көнө
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 21 март 2013
Бөтә донъя шиғриәт көнө
Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана филиалы Балалар уҡыуҙары үҙәгендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев менән «Тыуған илгә һөйөү менән» тип аталған осрашыу үтте. Матур сарала Өфө ҡалаһының 49 һанлы мәктәбенең 3Г синыфы уҡыусылары, «Йәншишмә» гәзите журналисы Зөһрә Ҡотлогилдина ҡатнашты. Үҙәк хеҙмәткәре Галина Ләйсән Фәрвәт ҡыҙы шағирҙың тормош һәм ижад юлына ҡыҫҡаса байҡау яһаны, ҡыҙыҡлы һорауҙар бирелде. Уҡыусылар айырыусы «Тау эйәһе» әкиәте буйынса йәнле фекер алышыу үткәрҙе. Был әкиәт Ләйсән Фәрвәт ҡыҙы әйтеүенсә иң уҡымлы әҫәр. Ҡәҙим Әбделғәлим улы уның яҙылыу тарихы менән дә таныштырҙы: «Бөрйән районы Байназар ауылында йәшәгән ваҡытта ерле халыҡтан легендалар, риүәйәттәр яҙып алдым, шулай итеп яҙыласаҡ әҫәргә материал тупланым». Был әкиәт нигеҙендә Өфө ҡалаһының 95 һанлы мәктәбе уҡыусылары һүрәттәр ҙә төшөргән. Әкиәттең дауамы яҙыласаҡ тигән яңылыҡты уҡыусылар шатланып ҡабул итте. Кисә лә шағир, уҡыусылар башҡарыуында шиғырҙар яңғыраны. Әҙәби кисә иҫтәлеккә фотоға төшөү, автографтар биреү менән тамамланды.
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө