БАБИЧ АСЫЛЫ МЕНӘН ОСРАШЫУ

БАБИЧ АСЫЛЫ МЕНӘН ОСРАШЫУ
Бөтә кешелектең иң аҫыл аҡылдары, иң тәрән фекерҙәре китаптарҙа тупланған. Юғары баһаланған китап авторҙары, бөтәһенә билдәле ижадсыларҙың күбеһе ҡыҫҡа ғына ғүмер юлы эсендә баһалап бөткөһөҙ оло мираҫ ҡалдырған. Шундай шәхестәр араһында башҡорт шағиры - Шәйехзада Бабичтың да исеме бар. Уны хәтергә алып, Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында шағирҙың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы матур әҙәби кисә үтте.
Оло быуын кешеләре халҡы яҙмышын ҡайғыртып йәшәгән, уның мәнфәғәттәре өсөн көрәшкән, Ватанын һөйгән шәхестәрҙең ижад кисәләрендә булыу ни тиклем ҙур рухи көс, илһам, балалар өсөн фәһем биреүен йыш ҡына иҫенә төшөрөп һөйләй. Балалар тәрбиәһендә ҙур роль уйнаған шундай кисәләр һуңғы йылдарҙа бик һирәк үткәрелә, тигән һүҙҙәрҙе лә ишетергә тура килгәне бар. Әммә ошо көндәрҙә, Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған сарала ҡатнашыу бәхете тәтегән гимназия уҡыусылары, билдәле шәхестәр, уҡытыусылар үҙҙәрен тап шул элекке замандарҙа үткәрелгән рухлы кисәләрҙә булып ҡайтҡан кеүек тойғандыр. Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм уҡытыусылары көсө менән ойошторолған матур кисәлә халҡына нур сәсергә, уның азатлығын күрергә ынтылып, 24 йәшендә генә һәләк булған батыр йөрәкле шағирҙың тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды. Балалар Бабичтың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙарын яттан һөйләне, хатта ул уйнарға яратҡан мандолинала уйнап, иң оҡшаған йырын - "Ҡаҙ ҡанаттары"н да башҡарҙылар. 
Шағирҙың ялҡынлы шиғырҙары яңғырап тынғандан һуң, сәхнә түренә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөһрә Бураҡаева, Гөлназ Ҡотоева, Алмас Ғафаров, Рәмил Иҡсановтар күтәрелде. Уларҙың сығышында сағылды ла инде халыҡты халыҡ итеүсе рухтың күсәгилешлеге, быуындар араһындағы бәйләнеш. Шағирәләр балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын ғына уҡып ишеттерһә лә, унда ла Бабич шиғриәтенең асылы сағылғандай булды. Алмас Ғафаров менән Рәмил Иҡсановтың моңло йырҙары йыр-моңға ғашиҡ булған Бабичтың күңел асылына төшөндөрә биреп ҡуйҙы. Залда тамаша ҡылыусылар ҙа ҙа ошо күҙгә күренмәгән бәйләнеште һиҙгәндер, элекке менән бөгөнгөнө тоташтырып тороусы нескә епте үҙ йөрәктәре аша үткәргәндер, моғайын. 
Автор: Камила ҒӘЛИЕВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb