Баймаҡ районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 70 йыллығы билдәләнә

Баймаҡ районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 70 йыллығы билдәләнә
Баймаҡ районы Темәс ауылының моделле китапханаһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 70 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Ойоштороусылар булып ауылдың моделле китапханаһы һәм «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге сығыш яһаны. Ултырышта Темәс урта мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары, «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре, «Атайсал» һәм «Ағинәйҙәр» (Баймаҡ ҡалаһы) клубтары ағзалары ҡатнашты. Үҫеп килеүсе быуында ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләү, милли традицияларҙы тергеҙеү сараның төп маҡсаты булып торҙо.
«Башинформ» агентлығына Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Лилиә Ишбаева хәбәр итеүенсә, түңәрәк өҫтәлгә мәғлүмәт туплау буйынса төп эште «Атайсал» клубы рәйесе, мәғариф ветераны Сәлимйән Вәлиев башҡарған.
— Осрашыу аҙағында күмәкләп сәй эсеү ойошторолдо, — тип һөйләне Лилиә Ишбаева. — «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы, бейене. Барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә Баймаҡтан килгән ҡунаҡтар ауылдың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында ла булды.
Сығанаҡ: «Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb