Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларының энциклопедиялары сығасаҡ

Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларының энциклопедиялары сығасаҡ
Баймаҡ ҡалаһы быйыл үҙенең 75 йыллығын, ә Сибай ҡалаһы 2015 йылда 60 йыллығын билдәләйәсәк. Ошо иҫтәлекле датаға арнап Баймаҡ һәм Сибайҙың тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен, иҫтәлекле урындарын, данлыҡлы ойошмаларын сағылдырған энциклопедия донъя күрәсәк. Баҫмалар «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексында әҙерләнә.
Әле нәшриәттең Шәхси баҫмалар бүлеге хеҙмәткәрҙәре Ишкинина Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы етәкселегендә «Баймаҡ» энциклопедияһы өҫтөндә ҡыҙыу эш алып баралар. Әлеге көндә һүҙлек төҙөлгән, авторҙарға статья яҙыу өсөн заказдар бирелгән, ә килгәндәрен редакторлап, факттарҙы тикшереп контроль бүлегенә тапшыралар. Китап ағымдағы йылда уҡыусыларҙы ҡыуандырыр тип күҙаллайҙар.
«Сибай» энциклопедияһы буйынса ла эштәр киң йәйелдерелгән. Ҡала хакимиәте бойороғона ярашлы, редакцион коллегия һәм эшсе төркөм төҙөлгән. Был баҫмаға һәр теләгән кеше үҙенең тәҡдимдәрен индерә ала - Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. адресына хаттар ебәрегеҙ.
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, нәшриәт йортона үҙ исеменә тап төшөрмәй, һәр ваҡыттағыса уҡымлы, абруйлы баҫмалар әҙерләп сығарыуҙа ҙур уңышлыҡтар теләйбеҙ. Был хеҙмәттәр ҡасандыр тарихта ҡалып, киләһе быуынға ҙур ярҙам буласағына шикләнмәйбеҙ!
"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb