Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Байыҡ» конкурсының гала-концерты үтәсәк
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 14 декабрь 2012
«Байыҡ» конкурсының гала-концерты үтәсәк
Башҡорт бейеүе – дәүерҙәр һынауын үткән, халҡыбыҙҙың быуындарҙан килгән аҫыл хазинаһына тамырҙары менән береккән сәнғәт ынйыһы. «Байыҡ» республика телевизион конкурсы ошо хазинаны бар сағыулығында балҡытыусы ижад майҙаны булһа, сараның гала-концерты күңелдәрҙе ҡояш нурына мансыған, күҙҙәрҙә йән иретер нур уйнатҡан башҡорт бейеүен һөйөүселәрҙең уртаҡ байрамы ул.
«Байыҡ» - Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иң уңышлы проекттарының береһе. Конкурстың маҡсаты - башҡорт бейеүҙәренең халыҡсанлығын һаҡлау, уны башҡа тарафтарға танытыу. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектәге проекттың хәҙер инде биш йыллыҡ тарихы бар.
Конкурстың етәксеһе һәм авторы Рита Өмөтбаева йыл буйы дауам иткән конкурс тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашып, бәйгенең, йылдағыса, ҡыҙыу барыуын билдәләне. Быйыл унда биш йөҙҙән ашыу конкурсант ҡатнашҡан. Бейеү байрамында уларҙың «иң-иң»дәре сығыш яһаясаҡ. Халҡыбыҙҙа бейеүгә оҫталыҡ ҡаныбыҙға һеңгән шул. Конкурста йәш-елкенсәктән алып сал сәсле инәй-олатайҙарға тиклем ҡатнашыуы шул турала һөйләй. Телевизион конкурста бейеүгә таһыл, маһир башҡарыусылар милли ерлектән айырылмаған бейеүҙәребеҙҙе тәү матурлығында һаҡлап, тамашасы иғтибарына еткерҙе.
15 декабрҙә баш ҡаланың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайына йыйылыусылар республикабыҙҙа ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә киң танылыу алған бишенсе «Байыҡ» республика телевизион конкурсының еңеүселәрен алҡышлаясаҡ.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө