«Байыҡ» конкурсының гала-концерты үтте

«Байыҡ» конкурсының гала-концерты үтте
15 декабрҙә баш ҡаланың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында республикабыҙҙа ғына түгел, халыҡ-ара кимәлендә киң танылыу алған бишенсе «Байыҡ» Республика телевизион конкурсының гала-концерты үтте.
«Байыҡ» - Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иң уңышлы проекттарының береһе. Конкурстың маҡсаты - башҡорт бейеүҙәренең халыҡсанлығын һаҡлау, уны башҡа тарафтарға танытыу. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектәге проекттың хәҙер инде биш йыллыҡ тарихы бар.
Ошондай ҙур бейеү байрам көнөндә, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайына йыйылған тамашасы бишенсе «Байыҡ» Республика телевизион конкурсының еңеүселәрен аяҡ өҫтө тороп алҡышланы. Бына улар еңеүселәр:
«Башҡорт халыҡ йолаларын һаҡлаған өсөн» тип аталған номинацияһында жюри Булат Урманбетовты еңеүсе итеп таныны (Көйөргәҙе р-ны). «Башҡорт бейеүенә тоғролоҡ» номинацияһында Хәлиса Мирсәйетова еңеп сыҡты (Мәсетле р-ны). «Башҡорт бейеүендә ҡатын-ҡыҙҙың бейеү алымдарын өлгөлө башҡарғаны өсөн» Әнисә Мансурова (Ишимбай ҡалаһы). Рәлия Ямантаева (Баймак р-ны) «Артистлыҡ һәләте өсөн», «Йыл асышы» - Эльвира Хөсәйенова (Магнитогорск ҡалаһы). «Урындағы фольклор материалдарын оҫта сағылдырғаны өсөн» Дәүләкәндән Юлия Зәһүдина һәм Гөлзирә Ҡарагуловалар еңеп сыҡты. «Трио бейеүендә иң оҫта башҡарыусылар» тип Рима Әбүбәкирова, Ләйсән Ҡәюмова һәм Зарина Вәлиева танылды (Мәсетле р-ны). Шулай уҡ «Трио бейеүендә ихлас башҡарыусылар» тип Зөләйха Хәйруллина, Зифа Шарифуллина и Айгөл Шангареева танылды (Кыйғы р-ны). «Ф. Ғаскаров бейеүҙәрен пропагандалағаны өсөн» приз да булдырылғайны, ул “Ветеран” ансамбленә эләкте. «Бейеүҙә башҡорт рухын һаҡлағаны өсөн» «Янған-тау» санаторияһы коллективы еңеп сыҡты.
Беренсе урын: соло – Розалия Назарова (Благовещенск ҡалаһы), трио – Ирек Шамигулов, Марсель Мөхәмәтғәлин һәм Ильдус Хакимов (Бөрйән р-ны), һәм «Дэрвиш» халыҡ ансамбле (БДУ Стәрлетамаҡ филиалы).
Икенсе урын: соло – Зөлхизә Ғәликаева (Сибай ҡалаһы), трио – Рәйфә Рахматуллина, Дилара Ахметова, Динислам Искужин (Баймаҡ), һәм «Ҡабырсаҡ» бейеү ансамбле (Мәсетле р-ны).
Өсөнсө урын: соло – Гөлзиә Куватова (Зианчура р-ны), Ғәлим Биктимеров (Йәрмәкәй), трио –«Йәшлек» (Илеш р-ны), «Ынйыкай» (Сибай ҡалаһы) «Сармат» (БДУ Сибай филиалы) бейеү ансамблдәре.
V Республика «Байыҡ» телевизион конкурсының гран-при яулаусылары: «Йэшлек» халыҡ бейеү ансамбле (Әбйәлил р-ны), «Акйондоз» бейеү ансамбле (Р. Ғәрипов исемендәге беренсе Башҡорт республика гимназия-интернаты) һәм Красноусольск санаторияһынан килгән йәш бейеү коллективы яуланы.
Башҡорт бейеүе – дәүерҙәр һынауын үткән, халҡыбыҙҙың быуындарҙан килгән аҫыл хазинаһына тамырҙары менән береккән сәнғәт ынйыһы. «Байыҡ» Республика телевизион конкурсы ошо хазинаны бар сағыулығында балҡытыусы ижад майҙаны булһа, сараның гала-концерты күңелдәрҙе ҡояш нурына мансыған, күҙҙәрҙә йән иретер нур уйнатҡан башҡорт бейеүен һөйөүселәрҙең уртаҡ байрамына әүерелде. Фотогалереяға күсеү «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb