«Бала күҙлегенән донъя» күргәҙмәһе

«Бала күҙлегенән донъя» күргәҙмәһе
19 мартҡа тиклем БР Рәссамдар союзында йәш рәссам, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының дүртенсе курс студенты, Ғәлиә Байғужинаның беренсе профессиональ күргәҙмәһе эшләй. Залда бөтәһе 33 эш ҡуйылған. Ундағы картиналар – йәш рәссамдың һуңғы ижад емештәре. Уларҙың барыһы ла сағыу, бай һәм тәрән йөкмәткеле. Ул юҡҡа ғына «Бала күҙлегенән донъя» тип аталмай. «Әгәр урамдағы кешеләргә иғтибарлап ҡараһаң, уларҙың күбеһе ҡара кейемдә, үҙ уй-проблемаларына сумған. Һүрәттәрем аша күңелдәренә – яҡтылыҡ, йөҙҙәренә − йылмайыу, балалар шатлығы еткергем килә», − ти автор. 
Теләгән кеше күргәҙмәгә килеп (инеү бушлай), Ғәлиә Байғужинаның ижады менән яҡынданыраҡ таныша, үҙенең күңел байлығын тулыландыра, бала сағын иҫенә төшөрә ала. Рәссамдың һүрәттәрендә беҙ көн дә күргән ҡала тормошо, кешеләр, транспорт, ағастар бесәйҙең күҙҙәрендә сағылыш таба, йә бер балыҡтың эсенә тотош һыя, йә һауала эленеп тора ала. 
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb