Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Балалар һәм йондоҙҙар бер сәхнәлә!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 30 май 2012
Балалар һәм йондоҙҙар бер сәхнәлә!
2 июндә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың мәҙәниәт, спорт, йәштәр эштәре буйынса Комитеты 1 июндә бөтә донъяла билдәләнгән Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы Өфөнөң Реабилитацион үҙәгенә ҡараған мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Йондоҙҙар һәм балалар” исемле мәрхәмәтлек кисәһе уҙғара.
Был ҙур ижади кисәлә клоундар, төрлө әкиәт геройҙары балаларҙың күңелен асып, улар менән фотоға төшәсәк; театр артистары балалар менән бергә йырлай, бейей, шулай уҡ төрлө уйын һәм конкурстар ҡаралған. Был оло байрам уңайынан билдәле йырсылар: Нурия Ирсаева, Йәмил Әбделмәнов, Роберт Юлдашев, Нәзифә Ҡадырова, Светлана Хәкимова, Зөлфиә Ҡудашева, Әлфиә Юлсурина, Алһыу Бәхтиева, Гүзәл Мамина, Лилиә Ишемйәрова, Артур Ҡунаҡбаев, Фәиз Шәрипов, Руслан Сәйфетдинов, Фирғәт Ғарипов, Урал Әминев, Миңлеғафур Зәйнетдинов һәм башҡалар ҡатнашлығында бай йөкмәткеле концерт та әҙерләнә.
Сығанаҡ:
«Шоңҡар»
журналы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө