Балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ижад байрамына саҡыра

Балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ижад байрамына саҡыра

26 ноябрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала танылған балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның юбилей кисәһе ойошторола. Сара башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина Ейәнсура районының Мәзит ауылында тыуған. Урта мәктәпте Өфө ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә тамамлай. Стәрлетамаҡ педагогия институтынан һуң оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләй. Бала сағынан әкиәттәр, хикәйәләр, шиғыр¬ҙар, сценарийҙар ижад итә, баш¬ҡорт балалар яҙыусыларының әҫәрҙәрен – урыҫ теленә, урыҫ телле яҙыусыларҙың әҫәр-ҙәрен башҡортсаға тәржемә итә, бик күп мәҡәләләр яҙа. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның һүҙҙәренә балалар өсөн йырҙар яҙылған. Әлеге ваҡытта Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы – ун бишләгән китап авторы. Авторҙың «Ашҡаҙар» радиоһында әҙәбиәт темаһына алып барған тапшырыуҙар циклы тыңлаусыларҙа популярлыҡ менән файҙалана.
Күркәм байрамын өр-яңы китабы менән ҡаршылай әҙибә. Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙының оҙаҡ йылдар дауамындағы тырыш хеҙмәте "Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы", "Башҡортос¬тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре", Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb