Балалар өсөн яңы китаптар донъя күрҙе.

Балалар өсөн яңы китаптар донъя күрҙе.
Көҙ үҙ биләмәләренә ныҡлы аяҡ баҫҡас, мәктәп уҡыусыларының каникулдары башлана.
Ошо уңайҙан, З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте кескәйҙәр өсөн әкиәт китаптары баҫтырҙы.
Уның сиктәрендә «Ҡамыр батыр» башҡорт халыҡ әкиәте донъя күрҙе. Китапты Айгөл Хәкимова төҙөгән, рус теленә Наза Әхмәҙиева тәржемә иткән.
Ә Надежда Шмидтың «Бал ҡорто Наҙгөл һәм уның дуҫтары» исемле йыйынтығы мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге мәктәп балаларына арналған. Унда бәләкәй генә ғәмһеҙ бал ҡорто хаҡында әкиәт тәҡдим ителә. Кескәйҙәргә бөжәктәр һәм шифалы үҫемлектәр донъяһы, шифалы ризыҡ-бал хаҡында бәйән ителә.
Проектты Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир Ишемғолов тәҡдим иткән, Айгөл Бикташева башҡортсаға тәржемә яһаған.
Китаптар ике телдә-башҡорт һәм рус телдәрендә. Уның һәр бите рәссамдар Азат Мөхтәруллин һәм Ирина Әхмәҙуллинаның сағыу һүрәттәре менән биҙәлгән.
Яңы китаптарҙы һатып алырға теләүселәр, З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең фирма магазиндарында мөрәжәғәт итә ала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb