2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Балаларға байрам булды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 01 июль 2013
Балаларға байрам булды
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең халыҡ артисы Константин Хабенский һәм билдәле режиссер, сценарист, продюсер Тимур Бекмәмбәтов менән осрашты. Рәсәйҙә билдәлелек яулаған был ике шәхес республикаға эш сәфәре менән килгән. Константин Хабенский баш ҡалала “Оперение-2013” Бөтөн Рәсәй фестивален үткәрә. Тимур Бекмәмбәтов иһә “Елки-3” таҫмаһын төшөрөргә килгән. “Оперение-2013” фестивалендә ҡатнашыусы балалар ошо фильмдың массовкаһында төшөп өлгөргән. Рөстәм Зәки улы фестивалде ойоштороусыларға бындай ҡыҙыҡлы сараны үткәреү өсөн тап Өфөнө һайлауҙарына рәхмәт әйтте.
— Һеҙ кәрәкле эш менән шөғөлләнәһегеҙ. Эшмәкәрлегегеҙҙе лә йылдан-йыл киңерәк йәйелдерәһегеҙ. Быйыл мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы йәлеп итеүегеҙ ҙә ҙур әһәмиәткә эйә, – тине республика етәксеһе.
Константин Хабенский иһә Президенттың һүҙҙәренә:
— Ижадта бер ниндәй ҙә сикләүҙәр булырға тейеш түгел, – тип яуапланы. — Фестиваль сағыу һәм һөҙөмтәле үтте. Балаларға билдәле режиссерҙың фильмында кадрға эләгеү ҙур байрам булды.
Константин Хабенский ойошторған ижад студияһы Өфөләге 49-сы мәктәп базаһында эшләй. Осрашыуҙа баш ҡала балалары өсөн айырым студия асыу тураһында һүҙ барҙы. Әле Хабенскийҙың мәктәбенә 70-тән ашыу бала йөрөй.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфөлә башҡорт әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшереләсәк
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостан оҫталары Рәсәйҙәге абруйлы конкурста еңеүҙәр яуланы
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Дүшәмбе, 24 ноябрь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө