Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Балаларға — китап»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 15 апрель 2013
«Балаларға — китап»
Дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, ҡасан һеҙҙең йәки балағыҙҙың һуңғы тапҡыр рәхәтләнеп уҡығаны бар? Һүҙ гәзит-журналдар, электрон китаптар тураһында түгел, ә ып-ысын китап тураһында. Үкенесле, әммә күпселек иҫенә лә төшөрә алмаҫ. Юғары технологиялар заманында ябай ғына китап онотола. Ошо ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү маҡсатында “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе «Балаларға — китап» тигән яңы социаль проект башлай.
Проекттың маҡсаты — балалар йорттары, интернаттар, дауаханалар, ауыл мәктәптәре китапханаларын матур әҙәбиәт менән тулыландырыу. Бының өсөн һәр кеше өйөндәге артыҡ йәки кәрәкмәгән китаптарҙы ҡабул итеү пунктына илтеп тапшыра ала. Улар һәр район һәм ҡаланың партия бүлексәһендә ойоштороласаҡ.
— Бөгөн балалар бик аҙ уҡый. Ваҡытының күп өлөшөн Интернет йәки телевизор алдында үткәрергә күнегеп баралар. Сәбәбе ябай: ҡул аҫтында китап юҡ. Магазиндағылары ҡиммәт. Ә бит һәр кемдең өйөндә матур китаптар бихисап. Беҙ республика халҡын улар менән уртаҡлашырға саҡырабыҙ, — тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов.
Яҡын арала проекттың сайты һәм “ҡыҙыу элемтә”һе эш башлай. Унда китапҡа мохтаж ойошмаларға заявка ҡалдырыу мөмкинлеге бар. Шунда уҡ әҙәбиәтте ҡабул итеү урындарының адресы ла күрһәтеләсәк.
Был изгелек акцияһында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Әйткәндәй, Альберт Мифтахов ҡатыны менән ике ҡап әҙәбиәт йыйып та ҡуйған икән.
Автор: Әлфиә ӘЙҮПОВА
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө