Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Баланың һәләтен бәләкәйҙән тәрбиәлә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 20 январь 2012
Баланың һәләтен бәләкәйҙән тәрбиәлә
«Алтынай» балалар театр-студияһы ышаныслы аҙымдарын яһай. Ул былтыр көҙ Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында эшләй башлағайны. Театр студияһында дүрт йәштән алып ун ике йәшкә тиклемге балалар шөғөлләнә. Айһылыу үҫкәс сәхнә оҫтаһы булырға хыяллана. Әсәһе ҡыҙының теләген тормошҡа ашырыу ниәтендә«Алтынай» балалар театрына мөрәжәғәт итә. Студияға ҡабул итеүҙәрен белгәс, баланың түбәһе күккә тейә. Баланың һәләтен ваҡытында күреп, уға дөрөҫ йүнәлеш биреү - һәр ата-әсәнең бурысы. Ә инде сабыйҙың талантын үҫтереү ул уҡытыусы-педагогтар иңенә төшә. Ошо маҡсатта «Алтынай» балалар театр-студияһы ла маһир балаларҙы йыйҙы. Әле улар тәүге аҙымдарын яһай. Ике төркөмдән торған студияға 4-тән алып 12 йәшкә тиклемге балалар яҙыла ала. Уларҙы талантлы, исемдәре республикала киң билдәле оҫталар һәм педагогтар уҡыта. Бында тәрбиәләнеүселәр актер оҫталығы, бейеү һәм йыр сәнғәте буйынса дәрестәр ала. Үҙ бинаһын булдырыу хаҡында хыялланған коллектив киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып ижад итә. Әле март айында үтәсәк сираттағы «Һаумы, һаумы, әкиәт!» тип исемләнгән республика конкурсына әҙерлек бара. Балаларҙың тәбиғи һәләтен үҫтереүгә ҙур көс һалыу - иң изге бурыс. Был талант һәм оҫталыҡ талап иткән эш. Ә театр-студия ойоштороусылары ҡыйыу рәүештә ошо юғарылыҡҡа табан атлай.
Розалиә Йәнбәкова
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
сайтынан
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө