Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Барығыҙ ҙа «Театр төнө»нә! Серле, мөғжизәле тылсым иленә!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шәмбе, 10 декабрь 2016
Барығыҙ ҙа «Театр төнө»нә! Серле, мөғжизәле тылсым иленә!
Башҡорт академия драма театрында «Театр төнө» акцияһы тәүгеһенән дә сағыуыраҡ буласаҡ!
26 сентябрь 18.00 сәғәттә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры майҙаны күңелле, шат көйҙәр, төрлө кейемдәрҙә тамашасылар араһына сыҡҡан сәхнә геройҙары, театрыбыҙға килгән бик күп ҡунаҡтар менән гөр килеп торасаҡ!
«Театр төнө» акцияһы өсөн махсус әҙерләнгән программа бай һәм бик тә ҡыҙыҡлы. Сараға килгән һәр тамашасы төрлө спектаклдәрҙән персонаждарға үҙенең һорауын биреп, улар менән аралашып, иҫтәлеккә фотоға төшә, премьера спектаклдәренә билеттар уйнатылған конкурстарҙа ҡатнаша ала.
Театр майҙанында уҙғарыласаҡ «флеш-моб»тан һуң, ҡәҙерле тамашасыларыбыҙҙы театр фойеһында «Театр тарихы» тип аталған музей күргәҙмәһе көтә.
Ә музыка һөйөүселәрҙе тамаша залында 19.00 сәғәттә иҫ китмәле театраль шоу – концерт программаһы көтә! Театраль концерт бик мауыҡтырғыс, шаян йырҙар, күңелле уйындар менән үрелеп барасаҡ.
20.00 сәғәттә «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк) моноспектаклендә төп ролде башҡарыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров үҙенең тамашасыларын Бәләкәй залда көтә. Спектаклдән һуң «Театр+» мәҙәни-белем биреү проекты сиктәрендә тамашасы менән интерактив һөйләшеү уҙғарыла.
Килгән ҡунаҡтарға, театр һөйөүселәргә режиссер Айрат Абушахмановтың асыҡ репетицияларын ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. «Театр төнө» акцияһы премьераһы тиҙҙән буласаҡ «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури) спектакленә репетиция менән тамамлана.
Был мауыҡтырғыс сараның тулы программаһын театрҙың электрон сайтында күрергә мөмкин. Ә беҙҙең яратҡан тамашасыларыбыҙға тиҙҙән уҙғарыласаҡ бай, матур тамашаны килеп күрергә генә ҡала.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Әлшәй районының «Узоры» ансамбле Мәскәүҙәге халыҡ-ара фестивалдә еңеү яуланы
Шишәмбе, 04 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө