Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Барыһы ла – Еңеү хөрмәтенә
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Барыһы ла – Еңеү хөрмәтенә
Еңеү көнөн байрам иткән осорҙа Башҡортостан Башлығы исеменән һуғыш ветерандарын ҡабул итеү тантанаһы ойошторола. Унда Бөйөк Ватан һуғышының 300-гә яҡын яугире ҡатнашасаҡ.
Фронтовиктар Өфөгә 8 майҙа килеп, шифахана-һауыҡтырыу учреждениеларының береһенә урынлаштырыласаҡ. Уларға оҙатып йөрөгән кешеләр, транспорт, медицина хеҙмәткәрҙәре беркетелә. Тантананан тыш, яугирҙәр 9 майҙа баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән байрам сараларына ла саҡырылған. Улар өсөн халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә байрам табыны ойошторола, бөҙрәханалар, юридик ойошмалар түләүһеҙ ҡабул итә. Митингтарҙа һәм парадтарҙа һалдат бутҡаһы менән һыйлау ҙа ҡаралған.
Әле һуғыш инвалидтарының, ветерандарының, шулай уҡ уларға тиңләштерелгән кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында байтаҡ сара тормошҡа ашырыла. Атап әйткәндә, элекке яугирҙәрҙең торлаҡ шарттары тикшерелә, медицина, социаль һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтелә. Бынан тыш, байрам айҡанлы тантаналы митингтар үткәреү, һәйкәлдәргә, обелисктарға һәм мемориалдарға сәскә һалыу, сувенир продукцияһы сығарыу, яугирҙәр ҡәберлектәренең паспортын эшләү, тыл эшсәндәренә һәйкәл проекттары конкурсын үткәреү, Өфөләге Дан бульвары аллеяһын төҙөкләндереү, “Мемориал-Башҡортостан” мәғлүмәт банкын төҙөү өсөн ҡорамалдар һатып алыу һәм башҡа саралар күҙаллана.
Апрель башынан барлыҡ ветерандарға республика ҡаҙнаһынан — бер мең, федераль бюджеттан — бер мең, ә тыл эшсәндәренә өс мең һум аҡса түләнә башланы. Бынан тыш, ил Президенты Владимир Путин менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтан ҡотлау открыткалары тапшырыла.
Автор: А. ХӘЛИЛОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө