Башҡорт академия драма театры 95-се ижад миҙгелен "Ҡара йөҙҙәр" спектакле менән асты

Башҡорт академия драма театры 95-се ижад миҙгелен "Ҡара йөҙҙәр" спектакле менән асты
Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури повесы буйынса сәхнәләштерелгән спектаклде театрҙың йәш актерҙары уйнаны. 
Быға тиклем тамашасыларға Римма Сәлмәнова Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» драмаһында тәүҙә Зөбәржәт, һуңынан Шәфәҡ роле аша таныш булһа, был юлы ул Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» спектаклендә төп героиня Ғәлимәне башҡарҙы. Уҙған быуат ҡатын-ҡыҙ образын тыуҙырыу, уның бар камиллығын тамашасыға түкмәй-сәсмәй асып һалыу еңелдән бирелмәне, тине ул премьера һуңында.
Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса спектакль музыкаль драма жанрында Башҡорт академия драма театрында беренсе тапҡыр 1938 йылда ҡуйыла. Повестың инсценировка авторҙары - Ғәйнан Әмири һәм Вәли Ғәлимов. «Ҡара йөҙҙәр»ҙе режиссер Вәли Ғәлимов Рифҡәт Фәйзи менән берлектә ошо уҡ театрҙа төрлө йылдарҙа сәхнәгә сығара. 
«Ҡара йөҙҙәр» - ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиғаларҙы сағылдырған, осорҙоң мөһим социаль проблемаларына, йәмғиәт күренештәренә автор үҙ баһаһын биреп, уйланырға мәжбүр иткән повесть. 
Әйткәндәй, үлемһеҙ әҫәрҙе ижади коллектив сәхнәлә түгел, тамашасы залында уйнаны. «Ҡара йөҙҙәр»ҙә барыһынан да алда мөхәббәт трагедияһы түгел, ә саманан тыш ауыр әхләҡи-психологик шарттарға дусар ителгән ябай кеше трагедияһы хикәйәләнеүен сагылдырған спектакль ҡабат 25 октябрь сәхнәгә сығасаҡ. Был юлы Ғәлимәне йәш актриса Гөлнара Ҡаҙаҡбаева башҡарасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb