10 октябрҙә Францияның Лион ҡалаһында Рәсәй мәҙәниәте фестивале үтәсәк. Был сара сит илдә йәшәүселәрҙе Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге төп йүнәлештәр, ҡаҙаныштар һәм яңылыҡтар менән таныштырыу маҡсатын күҙ аллай.
Әлеге фестивалгә, инде бер нисә анимацион эше менән тамашасының күңелен яулап өлгөргән режиссер Рим Шәрәфетдиновтың “Хәйерлегә булһын!” анимацион фильмы ла индерелгән.
“Хәйерлегә булһын!” фильмында ике һунарсының мажаралары тураһында бәйән ителә.
Режиссер ошо фильмы өсөн “Икар” Беренсе Милли анимация премияһының “Аниматор” номинацияһында наградаға лайыҡ булды.