Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡорт балы – Бөрйән даны
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Башҡорт балы – Бөрйән даны
Мәғлүм булыуынса, иртәгә “республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы”нда “Башҡорт балы – Бөрйән даны” тип исемләнгән этнофестиваль була. Сара төйәгебеҙҙең милли байлығын, рухи хазиналарын күрһәтеү, халыҡтың борондан килгән шөғөлдәре менән таныштырыу, уларҙы үҫтереүгә юл һалыу маҡсатында ойошторола.
Бөрйәндәрҙең байрамды ниндәй кәйеф менән ҡаршылауы хаҡында ҡыҙыҡһынып, район хакимиәте башлығына мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – Рөстәм Динислам улы ШӘРИПОВҠА.
– Районыбыҙ, тәбиғәт үҙенсәлектәре, географик урыны менән үҙәктән, ҡалаларҙан ситтә урынлашҡанлыҡтан, ата-бабабыҙҙан аманат булып ҡалған кәсепселек менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы ер һанала. “Башҡорт балы – Бөрйән даны” тигән этнофестиваль төйәгебеҙҙәге хазиналарҙы, халҡыбыҙҙың күңел һәм рух байлығын күрһәтеү өсөн отошло сара булыр тип ышанам.
Эшһеҙлек тигән заман проблемаһы беҙҙеке кеүек төпкөлдә урынлашҡан райондарға айырыуса ныҡ ҡағылды. Ләкин бөрйәндәр бирешмәй, ниндәй ҙә булһа шөғөл табып, шунан килем алып, йорттар һалып, балалар үҫтереп, милләтебеҙҙе ишәйтеп йәшәргә тырыша. Быны тыуым буйынса республикала алдынғылар рәтендә барыуыбыҙ ҙа раҫлап тора.
Башҡорт балы, ысынлап та, Бөрйәндең даны ул. Беҙҙә генә һаҡланып ҡалған ҡырағай ҡорт хаҡында хәстәрлек күрергә, уның юғалыуына юл ҡуймаҫҡа бурыслыбыҙ. Был йәһәттән умартасыларыбыҙға, солоҡсоларыбыҙға ҙур өмөт бағлайбыҙ. Шулай уҡ Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең былтыр Аҫҡар ауылында асылған тәжрибә лабораторияһына ышаныс көслө. Улар бөтөү ҡурҡынысы янаған таҙа тоҡомло, көслө, тырыш Бөрйән ҡортон һаҡлау, заманса ҡорамалдар ярҙамында күстәрҙе үрсетеү, яңы дауалау алымдарын өйрәтеү маҡсатын алға ҡуйған.
Солоҡ балы кешеләрҙә йылдан-йыл нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға күрә бөрйәндәрҙең был шөғөлгә күберәк иғтибар бүлә башлауы ғәжәп түгел. Тырыштар был эштән мул ғына килем алып йәшәй, бер-береһен өйрәтә, үҙ артынан әйҙәй. Ҡайһы бер ауылдар, мәҫәлән, борон-борондан бал менән дан алған, йүкәгә бай Ырғыҙлы, Ғәлиәкбәр, Аҫҡар, Исламбай халҡының 70 – 80 проценты фәҡәт бал һатыу иҫәбенә гөрләтеп донъя көтә. Ҡуртымға алынған ерҙәренә йәйгеһен тотош ғаиләләре менән күсенеп йәшәп, ҡышҡы көнөн тулыһынса тәьмин иткәндәр артҡандан-арта.
Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади яҡтан үҫтереү программаһына ярашлы Бөрйән мәктәптәрендә умартасылыҡ һөнәренә өйрәтә башлауыбыҙ киләсәктә именлегебеҙгә ныҡлы өлөш индерер, тип ышанабыҙ. Белем усаҡтарының һәр береһендә балаларға етерлек тәжрибә биреү йәһәтенән шарттар булдырырға тырышабыҙ, барыһында ла тиерлек бәләкәй генә булһа ла умарталыҡтар бар. Мәктәптә бал менән һыйлауҙың балаларҙың сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһауын да билдәләп үтергә кәрәк. Элек район үҙәгендәге 132-се һөнәрселек училищеһында умартасылыҡ һөнәренә өйрәтә торғайнылар, был эште киләсәктә дауам итергә ниәт бар. Өҫтәүенә быйыл “Ағиҙел” лагерында ял иткән балаларҙы ла ошо шөғөлгә өйрәтә башланыҡ.
Этнофестивалгә килгәндә, өс мең тирәһе ҡунаҡ килеүе көтөлә. Байрам Арғыҙма яланында үтә. Бер нисә райондың тирмәһе ҡуйылып, улар үҙҙәрендә һаҡланған шөғөлдәрҙе күрһәтәсәк. Мәҫәлән, әбйәлилдәр – кейеҙ баҫыуға, баймаҡтар йылҡысылыҡҡа бәйле эштәрен алып килә. Мәғлүм булыуынса, байрамда мәртәбәле ҡунаҡтар, ЮНЕСКО эксперттары ҡатнашасаҡ, этнотөркөмдәр сығыш яһаясаҡ, күргәҙмәләр, милли ризыҡтарҙы, аш-һыу, ҡул эштәрен һатыу урындары эшләйәсәк.
Ғөмүмән, мөмкинлек булһа, был сараны йыл да ойошторорға ниәтләйбеҙ. Был Бөрйәндең яҡты киләсәге өсөн ифрат мөһим.
Байрамға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө