Башҡорт бейеү сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе

Башҡорт бейеү сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе

Өфөлә танылған бейеүсе һәм балетмейстер, республиканың профессиональ балет сәнғәтенә һәм халыҡ хореографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Һашим Фәтих улы Мостаев 98-се йәшендә вафат булды. 

Мәрхүм менән хушлашыу 25 декабрҙә иртәнге 11-ҙә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле бинаһында үтә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 34.

Һашим Мостаев 1918 йылдың 11 сентябрендә Кушнаренко районының Ҡаҙарма ауылында тыуған. 1934-1936 йылдарҙа Булат Имашев ойошторған драма театры эргәһендәге театр студияһында уҡый. 1935-1938 йылдарҙа Башҡорт драма театрында актер булып эшләй. 1938 йылда Ленинград хореография училищеһына уҡырға инә. 1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1943 йылда демобилизациялана һәм «Сыңрау торна» беренсе башҡорт балетын ҡуйыу өсөн Башҡорт опера һәм балет театрына эшкә саҡырыла. 1946 йылда Ленинград хореография училищеһында уҡыуын тамамлағас, С.М.Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрында балет артисы булып эшләй башлай.
1970-1974 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе. 1982-1992 йылдарҙа — «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы эргәһендәге «Ләйсән» бейеү студияһының художество етәксеһе. 1995-2014 йылдарҙа — Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле эргәһендә балетмейстер-консультант. Һашим Фәтих улы Мостаев — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, М.Ғафури исемендәге республика премияһы лауреаты.


 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb