Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡорт бейеүенең йөҙө ниндәй?
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Башҡорт бейеүенең йөҙө ниндәй?
Күренекле ғалимә, билдәле сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның урыҫ телендә "Танцевальный фольклор башкир" тигән китабы донъя күрҙе. Башҡортостан энциклопедияһының "Ғилем" нәшриәтендә сыҡҡан был хеҙмәт — башҡорт фольклористикаһында оло яңылыҡ, сөнки быға тиклем башҡорт бейеүе халыҡ ижадының оло, сағыу бер тармағы, үҙенә генә хас тәбиғәте, үҫеш юлдары, поэтикаһы һәм стилистикаһы булған күренеш итеп асылмай ҡала килгәйне.
Беренсе милли хореограф, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзи Ғәскәров башҡорт бейеүҙәрен йыйыу эшен башлап, сәхнәгә профессиональ кимәлдә ҡуйыуҙы юғары дәрәжәгә күтәрҙе. Ул ҡуйған бейеүҙәр тап шул халыҡсанлыҡты һаҡлағанлыҡтан донъя мәҙәниәтенең алтын фондын тәшкил итә. Әммә хореограф был сәнғәт төрөн теоретик өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуймағайны. 1970—1980 йылдарҙа башҡорт бейеү фольклорын системалы йыйыу һәм профессиональ кимәлдә өйрәнеү эшен билдәле ғалимә, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Л.И. Нагаева дауам итте. Уның "Танцы восточных башкир", "Башкирская народная хореография" һәм башҡа бик күп хеҙмәттәре башҡорт бейеүен тарихи-этнографик күҙлектән өйрәнеүҙә ҙур аҙым булды. Бынан тыш Лидия Нагаева үҙе талантлы бейеү ҡуйыусы булараҡ та республикала киң танылыу алды.
Розалия Солтангәрәева иһә бейеүҙе ғилми өйрәнеүҙе тағы ла камиллаштыра һәм фәҡәт комплекслы тикшереү методикаһын ҡуллана. Китаптың баш һүҙендә башҡорт бейеүенең боронғоһонан бөгөнгөһөнә тиклем тәрән ғилми анализ үткәрелә. И. Лепехин, С. Руденко, П. Паллас, П. Рычков, Р. Игнатьев кеүек урыҫ ғалимдарының жанрға ҡарата күҙәтеүҙәре бирелә.
Ғалимә китапҡа ингән бөтә бейеүҙәрҙе лә үҙе йыйған. 2003—2013 йылдарҙа Башҡортостандың Әбйәлил, Хәйбулла, Белорет, Нуриман, Иглин, Борай, Ейәнсура һәм башҡа райондарында оло инәйҙәрҙән, ағай-бабайҙарҙан һәр бейеүҙе энәһенән-ебенә тиклем яҙып алып, тулы һүрәтләмәләр төҙөгән. Шулай уҡ Һарытау, Һамар өлкәләрендә табылғандары бар. Фәндә иң алдынғы методикалар – антропологик һәм комплекслы тикшереүҙе бейеү материалдарында ҡулланып, ғалимә башҡорт бейеүен бар нескәлектәренә тиклем асыуға өлгәшкән. Был алымда бына ниндәй күрһәткестәр: ырыу билгеһе, урын-ер традициялары, кейем, тел-һөйләш үҙенсәлектәре, башҡарыусының ижади импровизаторлығы, нәҫелдән, быуындан күсәгилешлек тарихы... Фольклористикала жанрҙы ошондай тулы һәм күп яҡлы өйрәнеү беренсе тапҡыр атҡарыла һәм уның, автор билдәләүенсә, киләсәктә мөмкинлектәре киң. "Фәҡәт ошондай методика башҡорт халыҡ ижадының тәбиғәтен асыуҙа, философияһын, ым-ишара телен, лексика һәм мифопоэтикаһын, тәү мәғәнәһен объектив аңлау ысулы була ала", — тип яҙа ғалимә.
Розалия Солтангәрәева бейеүҙәрҙе биш ҙур төркөмгә бүлгән:
1) йола бейеүҙәре (яңғыҙ);
2) йола бейеүҙәре (күмәк);
3) әйтемләп бейеүҙәр;
4) уйынлы бейеүҙәр (күмәк);
5) уйынлы бейеүҙәр (яңғыҙ).
Һәр бейеүҙең паспорты, киң һәм тәрән ғилми аңлатма, башҡарыусы тураһында тулы мәғлүмәт бирелә. Халыҡ ижадында билдәле "Кәкүк", "Сыңрау торна" бейеүҙәренең яҙып алынған варианттары һәм аңлатмаларҙа яңы фекерҙәр әйтелеүе ифрат ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, сыңрау торналар "барыһы ла сыңламай" һәм шуға уларға ҡарата ҡараш төрлөсә. Сың өнө тимер рухын, яу ауазын кәүҙәләндерә, боронғо мәжүси логикаһы буйынса "өн — предмет, кеше януарҙы алмаштыра... Шуға ла сыңрау торна — яу саҡырыусы йәки яуға ҡаршы тылсымлы көй. Һәм уны сәхнәлә уйнар алдынан мотлаҡ ниәт әйтергә", – тип яҙа ғалимә.
Күп бейеүҙәр беренсе тапҡыр ғилми әйләнешкә индерелә. Улар ифрат ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, Һамар башҡорттарында туй бейеүе, "Торна кереү", Әбйәлилдә – "Кәкүк", "Күк бүре", "Бүҙәнә", "Йүкә", "Орсоҡ", “Ҡояшты ҙурлау", Хәйбуллала "Ситән үрәм" һәм башҡа күп бейеүҙәрҙе, эләкләп, ҡыланып, әйтемләп, һамаҡлап бейеүҙәрҙең дә тарихи-этнографик нигеҙҙәрен бик ентекле тикшерә ғалимә.
Ым-ишара теле лә башҡорт бейеүҙәрендә, әкиәт, легендаларҙа әле өйрәнелмәгән. Был йәһәттән ғалимәнең табыштары ҡыҙыҡлы. Бармаҡ шартлатыу – "минең яныма кил" йәки "шайтан кит", бөйөргә таяныу – “мин үҙем!", ике бөйөргә – "мин – хужа" һ.б. Ҡағиҙәләр ҙә ҡыҙыҡлы: "ирҙәргә аяҡты билдән юғары күтәрергә ярамай — тәңрегә тибеү була", "бейегәндә тамашасыға тура ҡарама – һоҡ тейә", "ҡатындарға сәс менән уйнарға ярамай – ҡот ҡаса"... Бейеүҙәр һүҙ, көй, миф, ышаныу, тыйыу-ҡағиҙәләре, ырыу үҙенсәлектәре менән һүрәтләнә. Мәҫәлән, данлыҡлы Ғәбит сәсән Арғынбаевтың бейеү аманатын Гөлнур инәй Мамлеева көйләп тә, бейеп тә, һөйләп тә күрһәткән. Үҙе бер табыш!
"Бер көн шулай һунарға тип,
Эйәрләнем ҡоланы.
Ҡулға алдым ҡарағастан
Эшләп ҡуйған суҡмарҙы.
Һа! Һа! Һа! Һа! Һа!"
Эшләп ҡуйған суҡмарҙы Гөлнур инәй хәрәкәттәрҙә күрһәтеп аңлата. Суҡмар менән ҡуян алыу, аҫып ҡуянды тунау, бер ҡаҙанға ите "һыймау" кеүек парадокстар "бейелә". Ә инде Хәнифә инәй Әбүбәкерованың "Дөрйәдәүе" үҙе ни тора! Ҡыҫҡаһы, башҡорт бейеүе бөтә төрлөлөгөндә, халыҡсанлығында, хислелегендә һәм хәрәкәттәрҙең тейеш-тейеш булмағандары менән берлектә һүрәтләнә. Ысын мәғәнәһендә, ниһайәт, башҡорт бейеүе ғилми дәрәжәлә асылған.
Розалия Солтангәрәева бейеү оҫталарының ижади портреттарын да биргән: Булат Мусин, Зөһрә Сәлмәнова, Хәмиҙә Ғәбитова, Әсмә Усманова, Шәмсиә Мофаззалова, Мөслимә Мәсәлимова, Фәнүзә Ғәрипова һәм башҡалар. Китапта урын алған көйҙәрҙең бөтә текстарын Эльмира Нәбиуллина, Гүзәл Ғүмерғәлина атҡарған.
Китаптың бик матур тағы бер өлөшө — бейеү терминдарының һүҙлеге. Уны өйрәнеү ҙә бик күп мәғлүмәт бирә. Ғөмүмән, Розалия Солтангәрәева китаптың баш һүҙендә үк башҡорт халыҡ бейеүенең милли асылы, сифаты бөтөнләй юғалып, жанрҙың бөтөүгә табан барыуы тураһында оло хәүеф белдерә, хореографтарҙың бейеү теленең тарихи, этнографик нигеҙҙәрен белмәүе һәм шуға ла сәхнәлә шаблон, мәғәнәһеҙ хәрәкәттәр ҡатнашмаһы күҙәтелеүе, төрлө милләт бейеү һыҙаттарын ҡушып, башҡорт бейеүен боҙоуҙары тураһында әсенеп яҙа.
Дөйөмләштереп әйткәндә, был китабы менән дә Розалия Солтангәрәева үҙен егәрле, тәрән фекерле һәм киң ҡоласлы ғалимә итеп күрһәтте. Бейеүҙе профессиональ йәһәттән өйрәнеү туҡтап ҡалған мәлдә был хеҙмәт ифрат көнүҙәк һәм кәрәкле. Юғиһә, автор яҙыуынса, "башҡорт бейеүендә хәҙер башҡорт халҡын танып булмай". "Танцевальный фольклор башкир" китабы — ғалимдарға ла, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә лә оло бүләк ул.
Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Башҡорт бейеүенең йөҙө ниндәй?
Башҡорт бейеүенең йөҙө ниндәй?
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө