Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына 80 йәш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 03 февраль 2012
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына 80 йәш
5 февралдә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры асылыуға 80 йыл тула.
Был театр 1932 йылда Рәсәйҙә тәүге милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе булараҡ ойошторола. Һикһән йыл эсендә театр оҙайлы үҫеш юлы үтте, бай ижади тәжрибә тупланы. Илдә беренселәрҙән булып театр балалар спектаклдәре менән бер рәттән өлкәндәр өсөн комедия, драма, трагедиялар ҡуйырға баҙнатсылыҡ итә. Мәҫәлән, С. Айтматовтың «Аҡ пароход», М. Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр», М. Кәримдең «Ташлама утты, Прометей», «Диктаторға ат бирегеҙ», Т. Миңнуллин «Әлдермеш ауылынан Әлдермән»һәм башҡалар.
Театрҙың ижади йөҙөнөң үҙенсәлеге, ундағы традицияларҙың уникаллеге Рәсәйҙең үҙендә генә түгел, унан ситтә лә танылыу яуланы. Театр абруйлы халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивалдәре лауреаты булып тора. С. Айтматовтың «Аҡ пароход» (Ташкент, 1979), М. Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» (Венгрия, 1982) спектаклдәре наградаларға лайыҡ булды. Ә «Рамаян »эпосы буйынса ҡуйылған «Һинд легендаһы» спектакле театрға Джавахарлал Неру исемендәге Халыҡ-ара премия һәм Һиндостан буйлап ҡыҙыҡлы гастролдәр килтерҙе (1988, 2000 йылдар). Һуңғы йылдарҙа фестивалдәр географияһы киңәйҙе. Бер нисә тапҡыр театр Төркиәгә барҙы.
Республикала берҙән-бер ҡурсаҡ театры үҙ тәғәйенләнешен айырым бер театраль киңлек булдырыуҙа, эскерһеҙ бала күңеленә яҡын һәм аңлайышлы донъя төҙөүҙә күрә. Бөгөнгө театрҙың девизы: «Балаларға әкиәт бүләк итегеҙ! », сөнки тамашасыларҙың төп контингенты – балалар. Театр ҡурсаҡ жанры сиктәрен киңәйтеү буйынса ижади эҙләнеүҙәрен дауам итә һәм яңы оҫталыҡ бейеклектәренә ҡаҙаныу өсөн үҙ алдына етди ижади бурыстар ҡуя.
Театрҙың 80 йыллыҡ матур юбилейына арналған саралар апрель айына планлаштырыла .
«Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһы» порталы хеҙмәткәрҙәре исеменән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ, коллегаларыбыҙға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
«Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Дағстандағы Табасаран театры «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектаклен сәхнәгә сығарҙы
Шишәмбе, 06 май 2025
|
Тулыраҡ >
«HAZINA» төркөмө боронғо башҡорт көйҙәрен заманса яңғырашта тыңларға саҡыра
Дүшәмбе, 28 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров вафат
Дүшәмбе, 28 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө