Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡорт дәүләт филармонияһы 76-сы ижад миҙгелен япты
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 27 май 2015
Башҡорт дәүләт филармонияһы 76-сы ижад миҙгелен япты
Ошо көндәрҙә Хөсәйен Әхмәтов исмендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 76-сы ижад миҙгелен ябыуға арналған тантаналы концерт уҙҙы.
Тамашасыны филармония ишектәрен асылыу менән байрам кәйефе солғап алды. Фойе нәзәкәтле арфа моңона күмелгәйне. Теләгән һәр кем башҡорт милли эсемлектәре: ҡымыҙ, буҙанан ауыҙ итте, шампан каскадынан семерҙәп торған эсемлекте тәмләне. Шоколад фонтаны ла тамашасы күңеленә хуш килде.
Концерт башланырға һынаулы ғына минуттар ҡалыуға ишаралаған ҡыңғырау яңғырау менән барыһыла залға ашыҡты. Миҙгел “Йондоҙло сәйәхәт” тип аталан программа менән ябылды. Күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәлтер башҡорт, татар, рус халыҡ йырҙары, башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре яңғыраны был кистә. Башҡорт эстрадаһының моңло һандуғастары Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Хәлит Фатыхов, Миңзифа Исҡужина, Азамат Тимеров, Радик Вәлмөхәмәтов, Лилиә Ишемйәрова, Фәдис Ғәниев, Марсель Ҡотоев, Руслан Сәйфетдинов, йәш, өмөтлө йырсылар Зилиә Бәхтиева, Айгиз Ханов, Айтуған Ғайзуллин, Екатерина Ямщикова, Валентина Суходоева, “Далан”, “Каруан”, “Әссәләм” фольклор-эстрада төркөмдәре зауыҡлы һәм сағыу уттар менән биҙәлгән йыр-моң майҙанын гөрләтте.
Антракт ваҡытында абонементтар аукционы ла йәнле үтте. Әйткәндәй, филармонияла 77-се ижад миҙгеле концерттарына абонементтар һатыу башланды.
Филармонияның сираттағы 76-сы ижад миҙгеле лә артта ҡалды. Киләһе 77-се ижад миҙгелендә көтөп ҡалабыҙ, һеҙҙе дуҫтар!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө