Башҡорт дәүләт филармонияһында «Гангстерҙар джазы» концерты

Башҡорт дәүләт филармонияһында «Гангстерҙар джазы» концерты
Тиҙҙән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы джаз эстрадаһы оркестры сиктәрендә «Гангстерҙар джазы» тип исемләнгән яңы программа тәҡдим итәсәк. 1998 йылда ойошторолған Олег Ҡасимов етәкселегендәге оркестр 14 йыл уңышлы эшләй. Ул Американың 20-30 йылдарҙағы гангстерҙар быуатын сағылдыра. Шоу-программала сәхнә йондоҙҙары Ирина Остин, Алина Гузаирова, «Латинский квартал» вокал-джаз квартеты, «Гранде» шоу-балеты һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Руслана Сәйфетдинов, Вадима Зәкиев, Лилиә Ишемйәрова ҡатнаша. Шулай уҡ тамашасыларҙы сюрприздар көтә, программала джайв, твист, буги-вуги кеүек популяр бейеүҙәрҙе лә күрергә мөмкин буласаҡ. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс проект филармонияның Ҙур залында 21 ғинуарҙа уҙасаҡ. Сағыу костюмдар, яҡшы музыка сәнғәт һөйөүселәргә хуш килер, тигән ышаныста джаз эстрадаһы оркестры етәксеһе Олег Ҡасимов. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb