Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры яңы миҙгел асыуға әҙерләнә
12 сентябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Адольф Адандың «Корсар» балеты менән 75 театр сезонын аса. Был балет V «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале сиктәрендә үтәсәк. «Корсар» балетын сәхнәгә ҡуйыусы Юрий Григорович махсус Рудольф Нуриев исемендәге XVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестиваленә сәхнәләштергәйне.