Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Аҡмулла» операһы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 15 декабрь 2011
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Аҡмулла» операһы
Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйыласаҡ «Аҡмулла» операһы мәғрифәтсе, тәрән аҡыл эйәһе, шағир Мифтахетдин Акмулланың тыуыуына 180 йыл тулыуға бағышлана.
Аҡмулланың ысын исеме — Мифтахетдин Камалетдинов. Ул — легендаға әүерелгән тарихи шәхес. Уның әҫәрҙәре хәҙерге быуын өсөн дә оло үрнәк. Шуға күрә билдәле композитор Заһир Исмәғилевтың Аҡмуллаға бағышлап опера ижад итеүе бер кем дә лә ғәжәпләнеү тыуҙырмай. Әҫәрҙә шағир тормош юлының төрлө этаптары күрһәтелә. Вокал партияһы Радик Гәрәев өсөн махсус яҙылғанлығы билдәле.
Операла мәңгелек төшөнсәләр — яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, гәҙеллек һәм хыянат, намыҫлылыҡ һәм алдашыу хаҡында әйтелә. Либреттоға Аҡмулла язған шиғырҙар ҙа керетелгән.
Төп партияларҙа театрҙың солистары: Мифтахетдин ролендә — Рәсәйҙең атҡазанған артисы Руслан Хәбибуллин, Аҡмулла — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Раил Кучуков, Аҡсәскә — республика конкурстары лауреаты Гөлнур Нарынбаева, Буранғол — Рәсәйҙең халыҡ артисы Салауат Асҡаров сығыш яһаясаҡ. Спектаклдә хорға ҙур урын бирелгән (баш хормейстер — Эльвира Ғәйфуллина). Дирижер — Башкортстандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисов.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына рәхим итегеҙ!
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»
порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө