Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
БАШҠОРТ МОҢО... йәнә һоҡландырҙы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
БАШҠОРТ МОҢО... йәнә һоҡландырҙы
Күптән түгел Ишембай ҡала һәм районында киң билдәле "Моңдаръя" башҡорт вокаль ансамбле Санкт-Петербург ҡалаһында үткән "Тылсымлы феерия" халыҡ - ара ижад фестивалендә ҡатнашты. 3 меңдән ашыу ҡатнашыусы, 320-ләп коллектив араһында ишембайҙар "Һылыу ҡыҙҙар" (М.Фоменков эшкәртеүендә) һәм "Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал" (А. Аҡсурин эшкәртеүендә) башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Бынан тыш, улар киләсәктә Европа илдәренең береһендә үтәсәк фестивалдә ҡатнашыу хоҡуғы биргән беренсе ярҙам сертификаты менән бүләкләнде.
Бынан ике йыл элек кенә ойошоп, талантлы ҡатнашыусылар туплаған, этник һәм академик йүнәлештәрҙә ижад итеп, тамашасыларҙы һөйөндөргән "Моңдаръя" ансамбленең етәксеһе - Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының хор факультетын тамамлаған Лиана Ринат ҡыҙы Бикбаева. Ә ансамбль таланттарының кемеһен генә алма - Рәмилә Әсәҙуллинамы, Гөлниса Хисмәтуллина, Роза Байымова, Тамара Татлыбаева, Зилә Минһажова, Гәүһәр Шәнгәрәева, Гүзәл Вәлиева, Гөлшат Ғәниева, Нәсимә Баймырҙинамы - уларҙың һәр береһе йырһыҙ йәшәй алмаусы, сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ, тормошто яратыусы ҡатын-ҡыҙҙар. Араларында хаҡлы ялға сыҡҡандары ла, эшләп йөрөгәндәре лә бар. Улар татыу бер ғаиләне хәтерләтә, йырға һөйөү һәммәһен яҡынайтҡан, берләштергән.
- Башҡа төбәктәрҙән килгән ҡатнашыусыларҙың башҡорт милли кейемдәребеҙҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тотоп-тотоп ҡарауы беҙгә ғорурлыҡ, сәхнәлә сығыш яһағанда ҡыйыулыҡ өҫтәне, - тип, Санкт-Петербургта булып үткән фестиваль тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлниса Хисмәтуллина. - Концертмейстерыбыҙ, ҡурайсы егет Кинйә Әхмәҙиевтың янынан, ғөмүмән, кеше өҙөлмәне. Тамашасылар ғына түгел, хатта жюри ағзалары ла килеп, башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурайҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тотоп ҡараны, "Нисек был көпшә үләндән шул тиклем сихри моң сыға ул?" тип аптыраны. Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн Санкт-Петербург ҡалаһы буйлап экскурсия, донъяға киң билдәле Петропавловск ҡәлғәһе, Батша ауылы, Монетный двор, Нева йылғаһы буйлап урынлашҡан ғәжәйеп матур урындарға экскурсия ойошторолдо...
Моңонда башҡорттоң рухы, йөрәк тибеше, күңел сафлығы, хыялдары , мөхәббәте һәм йәшәү көсө сағылған "Моңдаръя" башҡорт вокаль ансамбленә "Афарин!" тип әйтергә генә ҡала.
Автор: Ләйсән ҺӨЙӨНДӨКОВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө