Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡорт теле байрамы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 22 февраль 2013
Башҡорт теле байрамы
21 февраль Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Халыҡ-ара туған тел көнө сиктәрендә «Туған тел» байрамы үтте. Матур сараны БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) үткәрҙе. Концерт алдынан фойела күргәҙмә эшләне. Унда «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, «Китап» нәшриәте, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында сыҡҡан китап-энциклопедиялар, Ә.-З.Вәлиди исемендәге милли китапахана фондынан ҡиммәтле китаптар, 1900–30 й.й. ғәрәп, латин графикаһына нигеҙләнеп яҙылған хеҙмәттәр, шулай уҡ милли матбуғат – «Һәнәк», «Йәншишмә», «Киске Өфө», «Аманат», «Башҡортостан уҡытыусыһы» гәзит-журналдары ҡуйылды. Күренекле мәғрифәтселәр Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдиновтарҙың тормошон һәм эшмәкәрлеген сағылдырған, милләттең йөҙөк ҡашы булған шәхестәр тәрбиәләгән данлыҡлы «Ғәлиә» мәҙрәсәһе тарихын сағылдырған стендтар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Тулы зал йыйған концерт сағыу сығыштарға бай булды: сәсәниәләр Асия Ғайнуллина «Урал батыр» эпосынан өҙөк ятлаһа, Розалия Солтангәрәева дөңгөрҙә уйнап ҡобайыр әйтте. Филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова, шағирҙар Риф Тойғон, Зөлфиә Ханнанова сығыштарын тамашасы алҡышҡа күмде. Концерт барышында билдәле шәхестәр Мөхәмәтша Буранғолов, Әхмәт-Зәки Вәлиди, Жәлил Кейекбаев, Зәйнәб Биишеваларҙың башҡорт теле, милләт хаҡында әйткән тос фекерҙәренән торған слайд күрһәтелде. Йәштәрҙә саранан ситтә ҡалмаған: «Торатау», «Дуҫлыҡ» фольклор ансамблдәре, «Тамыр» студияһы, БДПУ йәш сәсәндәре, Р.Ғәрипов, Ф.Мостафина, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия уҡыусылары сығыштарын йылы ҡабул иттеләр.
Һүҙҙе Ф.Хисаметдинованың фекере менән тамамлағы килә: «Милләтебеҙ, телебеҙ һаҡланһын өсөн рухлы, ныҡлы ғаиләләр төҙөр кәрәк».
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө