«Башҡорт теленең академик һүҙлеге»нең етенсе томы донъя күрҙе

«Башҡорт теленең академик һүҙлеге»нең етенсе томы донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Башҡорт теленең академик һүҙлеге»нең VII томы баҫылып сыҡты. Унда П, Р һәм С хәрефтәренән башланған һүҙҙәр тупланған. Һүҙлек төрлө лексик материалды, киң таралған диалектизмдарҙы, иҫкергән һәм яңы һүҙҙәрҙе, фәнни һәм халыҡ терминологияһын үҙ эсенә алған.

Һүҙҙәрҙең һәм фразеологик берәмектәрҙең аңлатмаһы башҡорт һәм рус телдәрендә бирелгән. Баш һүҙ иһә — башҡорт, рус, инглиз, төрөк телдәрендә.

Һүҙлектең етенсе томын филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова редакцияһы аҫтында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел ғилеме бүлеге хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән. Баҫма журналистарға, нәшриәт һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға һәм студенттарға тәғәйенләнгән. Ул башҡа өлкәләрҙә эшләгән белгестәр, башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн дә кәрәкле ҡулланма буласаҡ.

Фәнни баҫманы «Китап» нәшриәте магазиндарында һатып алырға мөмкин.


 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb