Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сәнғәт күргәҙмәләре менән алмашасаҡ

Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сәнғәт күргәҙмәләре менән алмашасаҡ
2012 йылдың апрель-май айҙарында Өфөлә — Силәбе рәссамдарының, ә Силәбелә Өфө рәссамдарының күргәҙмәһе үтәсәк. Бындай килешеүгә Силәбе өлкәһе мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Вячеслав Харюшиндың Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов менән осрашыуы барышында Силәбелә өлгәшелде. Сараларҙа Рәсәй Рәссамдар союзының төбәк бүлексәләре вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, был проект Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенең мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиға буласаҡ. Бындай ижади алмашыу күрше төбәктәр араһында мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар.
Автор: Тимур Рәхмәтуллин
«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb