Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Башҡортостан» гәзите редакцияһында баҫманың 95 йыллығына арналған фотокүргәҙмә асылды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 09 апрель 2012
«Башҡортостан» гәзите редакцияһында баҫманың 95 йыллығына арналған фотокүргәҙмә асылды
«Башҡортостан» гәзите редакцияһында баҫманың 95 йыллығына арналған фотокүргәҙмә асылды. Гәзиттең генә түгел, бөтә республиканың да тарихын сағылдырған 150 фотоһүрәт Матбуғат йортоноң 5-се ҡатында стендтарҙа урынлаштырылған. Фотоларҙың күпселек өлөшө — редакция архивынан.
— Гәзит һәр ваҡыт үҙенең янына сәйәси элита, интеллигенция вәкилдәрен йыйҙы, — тине күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов. — Әлеге ваҡытта «Башҡортостан» мәҙәни үҙәк, халыҡ өсөн аралашыу майҙансығы булып ҡала.
Билдәләп үтәйек, гәзиттең тәүге һаны 1917 йылдың 14 июнендә донъя күргән. Был көндә республика журналистары Башҡортостан матбуғаты көнөн билдәләй.
— Заманалар үҙгәрә, һәм гәзит тә бер урында тормай, — тине төрлө йылдарҙа гәзиттең мәҙәниәт, ауыл хужалығы һәм ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр бүлектәре мөдире булып эшләгән Ислам Мырҙабаев. – Журналистар, элеккесә кеүек үк, һәр ваҡыт эҙләнеү юлында, заман талаптарына яуап биргән яңы рубрикалар булдырылды. Беҙҙең ваҡытта гәзиттәр сәйәси партиялар ҡыҫымы аҫтында булды, әммә сикләнгән үҙаллылыҡ шарттарында ла яңы жанрҙар эҙләргә, геройҙар табырға тура килде. Матбуғаттың бер ҡасан да, хатта демократия шарттарында ла, ирекле булмауын аңларға кәрәк.
Республиканың алдынғы баҫмаларынан килгән вәкилдәр төбәктә Башҡорт журналистикаһы музейын булдырыу идеяһын тәҡдим итте.
— Эш төркөмөн ойошторорға һәм музейҙың концепцияһын әҙерләргә кәрәк, — тине Борис Мелкоедов. Бынан һуң инде музейҙы ҡайҙа урынлаштырыу тураһында ла уйларға мөмкин.
Республика Президентының матбуғат секретары Артем Вәлиев барлыҡ фотоларҙы цифрлаштырып, гәзиттең сайтында виртуаль музей булдырырға тәҡдим итте. Уның фекеренсә, фотоһүрәттәрҙә сағылдырылған республика тарихы менән танышыу мөмкинлегенә һәр кем эйә булырға тейеш.
Сығанаҡ:
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө