Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостан халыҡтары тураһында белешмә
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Башҡортостан халыҡтары тураһында белешмә
2003–2012 йылдарҙа эшләп килгән “Башҡортостан халыҡтары” дәүләт программаһының һуңғы этабы булып тулы йөкмәткеле энциклопедия донъя күрҙе.
“Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәте сығарған яңы баҫмала республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың тарихы һәм мәҙәниәте хаҡында мәғлүмәт тупланған. Сағыу фотоһүрәттәрҙә конкурс, йәрминкә, милли байрамдарҙан күренештәр урын алһа, инеш өлөшөндә Башҡортостандың физик-географик үҙенсәлектәре, тәбиғи байлығы, райондар, административ-территориаль ҡоролошо, этник составы, телдәре, дине һәм милли сәйәсәте тураһында белешмә бирелә.
Яңы китаптың икенсе өлөшөндә уҡыусылар аҫаба халыҡ – башҡорттар һәм байтаҡ ҙур төркөмдәр булдырып, үҙ тарихтарына эйә булған урыҫ, татар, мари, мордва, сыуаш, удмурт, украин, белорустар хаҡында мәғлүмәт таба ала. Шулай уҡ үҙҙәренең милли-мәҙәни йәмәғәт үҙәктәрен, мәктәптәрен булдырған азербайжан, әрмән, вьетнам, тажик, үзбәк халыҡтары ла урап үтелмәгән. Энциклопедияла бирелгән 29 милләттең дә мәҙәни йәмәғәт ойошмалары булыуы мәғлүм.
Башҡортостан халыҡтары тарихын үҙләштереүгә тос өлөш индергән фән эшмәкәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, мөһим этнологик төшөнсәләр яҡтыртылған китапта 2002, 2010 йылдарҙағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре таблица рәүешендә бирелгән.
“Башҡортостан халыҡтары” китабын эшләүҙә өс йыл эсендә алдынғы ғалимдар, белгестәр көс түгә. Энциклопедияның баш мөхәррире – филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова.
Әйткәндәй, 2014 йылдың 24-26 сентябрендә Ашхабад ҡалаһында IX Халыҡ-ара “Китап – хеҙмәттәшлек һәм прогресс юлы” күргәҙмә-йәрминкәһендә “Башҡортостан халыҡтары” энциклопедияһы ғилми-популяр баҫмалар номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды. Нәшриәт II дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Күргәҙмәлә АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Рәсәй, Төркиә, Ҡытай, Иран, Һиндостан, Сәғүд Ғәрәбстаны, Румыния, Беларусь, Украина, Ҡаҙағстандан килгән китап нәшерләүселәрҙең ҡатнашыуы мәғлүм.
Автор: Линара ХӘЛИСОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө